Найти в Дзене
Атайсал гәзите

ИЮНЬ АЙЫНА ХАЛЫҠ ҺЫНАМЫШТАРЫ

ИЮНЬ АЙЫНА ХАЛЫҠ ҺЫНАМЫШТАРЫ: - Был айҙағы ямғырҙар алтын тауға тиң - Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ. - Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ. - Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ. - Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. - Әгәр ҙә үлән иртән ныҡ аңҡый икән – ямғырға. - Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ. - Июндә төндәр йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ. - Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр. - Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы. Йәй тураһында мәҡәлдәр: - Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫһың. - Йәйге көн бер йылды туйҙыра. - Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла. - Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора. - Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.

ИЮНЬ АЙЫНА ХАЛЫҠ ҺЫНАМЫШТАРЫ:

- Был айҙағы ямғырҙар алтын тауға тиң

- Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.

- Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.

- Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ.

- Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.

- Әгәр ҙә үлән иртән ныҡ аңҡый икән – ямғырға.

- Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ.

- Июндә төндәр йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.

- Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

- Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.

Йәй тураһында мәҡәлдәр:

- Йәй эшләмәһәң, ҡыш ашарға тапмаҫһың.

- Йәйге көн бер йылды туйҙыра.

- Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, ҡышҡа керһәң, йәйҙе уйла.

- Йәйҙең бер көнө ҡыштың бер аҙнаһына тора.

- Йәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.