Һабантуй быйыл изге Ҡорбан байрамына тура килде. Шуға күрә яуҙа йөрөгән егеттәр именлегенә ҡорбандар салынып, былау әҙерләнде. Теләге булған һәр кем байрам барышында изге ниәтле ризыҡтан ауыҙ итә алды. Доғалар ҡабул булһын, именлек, тыныслыҡ булһын, ҡәрҙәштәребеҙ тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын тип теләне һәр кем бөгөнгө изге көндә.