Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

БУҘА РЕЦЕБЫ

БУҘА РЕЦЕБЫ 🥛 Кем нисек буҙа ҡоя, үҙегеҙҙең рецептарығыҙ менән комментарийҙарҙа бүлешегеҙ🤗 ИНГРЕДИЕНТТАР: 5 литр һыу; 700 грамм геркулес; 200 грамм ауыл ҡаймағы; 500 мл әсетке-закваска (алдағы буҙанан алып ҡалына). Беренсе тапҡыр эшләгәндәр ярты балғалағы ҡоро сүпрә йәки 500 мл ҡымыҙ/кефир һалырға мөмкин. БУҘА ҠОЙОУ ПРОЦЕСЫ: Ҡайнап торған һыуға таҙа итеп йыуылған геркулесты һалабыҙ. 15-20 минут ҡайнатҡандан һуң уттан алып, ҡапҡас ябып һыуытырға ҡуябыҙ. Һыуынған арала ул бүртергә тейеш. Килеп сыҡҡан ҡуйы бутҡаны эре тишекле ҙур иләк аша һығабыҙ. Һығылып сыҡҡан массаға ҡаймаҡ һәм әсеткене ҡойоп болғап, бер тәүлеккә йылы урынға урап ултыртабыҙ! Әҙер буҙаны шәкәр һалып та, һалмай ҙа эсергә була. Тәмле булһын!🤗

БУҘА РЕЦЕБЫ 🥛

Кем нисек буҙа ҡоя, үҙегеҙҙең рецептарығыҙ менән комментарийҙарҙа бүлешегеҙ🤗

ИНГРЕДИЕНТТАР:

5 литр һыу;

700 грамм геркулес;

200 грамм ауыл ҡаймағы;

500 мл әсетке-закваска (алдағы буҙанан алып ҡалына). Беренсе тапҡыр эшләгәндәр ярты балғалағы ҡоро сүпрә йәки 500 мл ҡымыҙ/кефир һалырға мөмкин.

БУҘА ҠОЙОУ ПРОЦЕСЫ:

Ҡайнап торған һыуға таҙа итеп йыуылған геркулесты һалабыҙ. 15-20 минут ҡайнатҡандан һуң уттан алып, ҡапҡас ябып һыуытырға ҡуябыҙ. Һыуынған арала ул бүртергә тейеш.

Килеп сыҡҡан ҡуйы бутҡаны эре тишекле ҙур иләк аша һығабыҙ. Һығылып сыҡҡан массаға ҡаймаҡ һәм әсеткене ҡойоп болғап, бер тәүлеккә йылы урынға урап ултыртабыҙ!

Әҙер буҙаны шәкәр һалып та, һалмай ҙа эсергә була. Тәмле булһын!🤗