Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Шундай ғына ҡыйын булып китә

Шундай ғына ҡыйын булып китә, Етмәй китә һулар һауалар. Һулҡылдап әрнегән йөрәктәргә Ҡайҙан табырға һуң дауалар?... Йәнде дауаларҙай дауаларҙы Ҡайҙан ғына эҙләп табаһы?... Яраларҙы ваҡыт дауалай, тиҙәр, Дауалай микән, нишләп һиҙмәйем? Нисек килешергә ҡайғы менән? Хәтерҙән нисек юйырға? Таштай баҫып торған ауыр йөктө, Һағыштарҙы ҡайҙа ҡуйырға? Бала ҡайғылары - иң ауыры Аңлай бары үҙе кисергән. Бала икән ҡайғы һурпаһының Иң әсеһен услап эсергән. Бигерәк ауыр, балам, нисек уҙайым Һинән башҡа ғүмер юлдарын? Яраларҙы ваҡыт дауалай, тиҙәр... Дауалай микән? Нишләп һиҙмәйем? Улым, улым! Йәштәр араһынан Мин һаман да һине эҙләйем. Урамдарҙа осраған Имән кеүек мыҡты егеттәрҙә Һинең һыҙаттарың сағыла. Йөрәгемде шул саҡ ҡан илатып Ҡайғыларым ҡайта тағы ла. Ғүмеркәйеңде һинең  үлем йолоп алғас, Ни эшләргә белмәй, ҡалдым баҙап. Һине юҡһыныуға сыҙай алмай, Йәшем менән йыуҙым Һинһеҙ үткән көндәремде. Күңелемдә һин һаман да тере, Ахыры, шулай ғүмер итермен. Һин йәшәйһең минең йөрәгемд

Шундай ғына ҡыйын булып китә,

Етмәй китә һулар һауалар.

Һулҡылдап әрнегән йөрәктәргә

Ҡайҙан табырға һуң дауалар?...

Йәнде дауаларҙай дауаларҙы

Ҡайҙан ғына эҙләп табаһы?...

Яраларҙы ваҡыт дауалай, тиҙәр,

Дауалай микән, нишләп һиҙмәйем?

Нисек килешергә ҡайғы менән?

Хәтерҙән нисек юйырға?

Таштай баҫып торған ауыр йөктө,

Һағыштарҙы ҡайҙа ҡуйырға?

Бала ҡайғылары - иң ауыры

Аңлай бары үҙе кисергән.

Бала икән ҡайғы һурпаһының

Иң әсеһен услап эсергән.

Бигерәк ауыр, балам, нисек уҙайым

Һинән башҡа ғүмер юлдарын?

Яраларҙы ваҡыт дауалай, тиҙәр...

Дауалай микән? Нишләп һиҙмәйем?

Улым, улым! Йәштәр араһынан

Мин һаман да һине эҙләйем.

Урамдарҙа осраған

Имән кеүек мыҡты егеттәрҙә

Һинең һыҙаттарың сағыла.

Йөрәгемде шул саҡ ҡан илатып

Ҡайғыларым ҡайта тағы ла.

Ғүмеркәйеңде һинең  үлем йолоп алғас,

Ни эшләргә белмәй, ҡалдым баҙап.

Һине юҡһыныуға сыҙай алмай,

Йәшем менән йыуҙым

Һинһеҙ үткән көндәремде.

Күңелемдә һин һаман да тере,

Ахыры, шулай ғүмер итермен.

Һин йәшәйһең минең йөрәгемдә,

Әйләнәм дә үткәндәргә ҡайтам

Был йөрәккә күпме көс кәрәк,

... Яраларҙы ваҡыт дауалай, тиҙәр,

Юҡ, йәшерә бары төпкәрәк....

Юҡ, дауаламай икән ваҡыт яраларҙы,

Көндәр үткән һайын тәрәнәйә бара яралар. Үҙәктәрҙе өҙөп Һағындыра

Алыҫлашҡан һайын аралар...

Кисер, балам, һуңғы һулышыңда

Бирә алманым һиңә

ҡулдарымды...

Илдар Йәғәфәров.