Найти в Дзене
Атайсал гәзите

*Фото менән бирер өсөн текст

*Фото менән бирер өсөн текст* "Әйҙә уйнарға" фестивалендә ҡурсаҡтар башҡортса һөйләшә Өфө оҫтаһы Руфия Ханова башҡорт телендә һөйләшкән уникаль ҡурсаҡтар коллекцияһын тәҡдим итте. Бынан алты йыл элек, бәләкәй ҡыҙы Руфия менән балалар майҙансығына сыҡҡас, ошо эшкә тотонорға ҡарар итә. Сөнки ҡатын хәҙерге балаларҙың башҡорт телен бөтөнләй белмәй икәнлегенә инана. Балаһы уйнағанда туған телендә һөйләшкәнде ишетһен, туған телендә теле асылһын өсөн, иң беренсе бер нисә уйынсыҡты тауышландырырға ҡарар итә. Был идея уның дуҫтарына ла оҡшай, артабан башҡорт телендә һөйләшкән генә түгел, ә йырҙар ҙа йырлаған ҡурсаҡтарҙы һорай башлайҙар. - Мин менән ҡурсаҡтарҙы дуҫым менән эшләйем. Беҙ уйынсыҡтарҙың әҙер нигеҙҙәренә үҙебеҙ теккән башҡорт костюмдарын кейенҙерәбеҙ, улар өсөн милли биҙәүестәр эшләйбеҙ. Ҡурсаҡтың корпусына тауыш модулен һалабыҙ. Тауышты ла әҙерләргә кәрәк - фразаларҙы, куплеттарҙы яҙып алырға, эшкәртергә», - тип фекерҙәре менән бүлеште Руфия Ханова Шуныһы ҡыҙыҡ, уның төп һөнәре

*Фото менән бирер өсөн текст*

"Әйҙә уйнарға" фестивалендә ҡурсаҡтар башҡортса һөйләшә

Өфө оҫтаһы Руфия Ханова башҡорт телендә һөйләшкән уникаль ҡурсаҡтар коллекцияһын тәҡдим итте. Бынан алты йыл элек, бәләкәй ҡыҙы Руфия менән балалар майҙансығына сыҡҡас, ошо эшкә тотонорға ҡарар итә. Сөнки ҡатын хәҙерге балаларҙың башҡорт телен бөтөнләй белмәй икәнлегенә инана.

Балаһы уйнағанда туған телендә һөйләшкәнде ишетһен, туған телендә теле асылһын өсөн, иң беренсе бер нисә уйынсыҡты тауышландырырға ҡарар итә.

Был идея уның дуҫтарына ла оҡшай, артабан башҡорт телендә һөйләшкән генә түгел, ә йырҙар ҙа йырлаған ҡурсаҡтарҙы һорай башлайҙар.

- Мин менән ҡурсаҡтарҙы дуҫым менән эшләйем. Беҙ уйынсыҡтарҙың әҙер нигеҙҙәренә үҙебеҙ теккән башҡорт костюмдарын кейенҙерәбеҙ, улар өсөн милли биҙәүестәр эшләйбеҙ. Ҡурсаҡтың корпусына тауыш модулен һалабыҙ. Тауышты ла әҙерләргә кәрәк - фразаларҙы, куплеттарҙы яҙып алырға, эшкәртергә», - тип фекерҙәре менән бүлеште Руфия Ханова

Шуныһы ҡыҙыҡ, уның төп һөнәре ижадтан алыҫ , бухгалтер булып эшләй. Әммә оҫтаның төп эше-әсәй булыу, Руфия ханым өс бала тәрбиәләй.

*Видео өсөн текст*

«Әйҙә уйнарға» фестивалендә ҡурсаҡтар башҡортса һөйләшә. Уникаль серияны Өфөнән бухгалтер һәм өс бала әсәһе Руфия Ханова тәҡдим итте.

Әйткәндәй, балаһы уйнағанда туған телендә һөйләшкәнде ишетһен, теле туған телендә асылһын өсөн, уйынсыҡты тауышландырырға ҡарар иткән.