Ростехтың производство-уҡыу үҙәге Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе базаһында талап ителгән эшсе һөнәрҙәргә бушлай уҡытыу тәҡдим итә. Был үҙәк Рәсәйҙә Авиадвигателдәр эшләү производствоһы өсөн кадрҙар әҙерләүгә махсуслашҡан Ростех дәүләт корпорацияһының беренсе майҙансығы булып тора. Производство-уҡыу үҙәге 200-ҙән ашыу берәмек заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, шул иҫәптән етештереү участкалары, лабораториялар һәм уҡыу аудиториялары бар. Программала, эш тәжрибәһе булыуға ҡарамаҫтан, 18 йәше тулған һәр кем ҡатнаша ала. Колледждарҙы, техникумдарҙы, юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар, РФ Ҡораллы Көстәре сафынан запасҡа киткән кешеләр, шулай уҡ 11 класты тамамлаусылар ҡабул ителә. Уҡыусыларҙы бушлай уҡытыу, 48 000 һум күләмендә айлыҡ стипендия, ташламалы ҡайнар аш, махсус кейем һәм шәхси һаҡланыу саралары биреү, РФ Ҡораллы Көстәренән запасҡа сыҡҡандар өсөн аҡсалата "дәртләндереү", сит ҡалаларҙан килгәндәр өсөн торлаҡ менән ярҙам итеү көтә. Башлап үҙләштерә алған һөнәрҙәр:
Өфөлә талап ителгән эшсе һөнәрҙәргә бушлай уҡырға мөмкин
3 июня 20253 июн 2025
1 мин