Найти в Дзене

"Китап байрамы"нда хәйриә акцияһы өсөн 500-ҙән ашыу китап йыйылды

Форумдың өс көн дауамында китапханалар, нәшриәттәр, йәрминкә ҡунаҡтары әҙәбиәт менән бүлеште. Бөгөн китаптар Өфө хосписына һәм балалар социаль учреждениеларына тапшырылды. Шулай уҡ хәйриәселәр ярҙамында ойошмаларға китап алыу өсөн сертификаттар бирелде.

– Китапханалары булған дүрт ҡышҡы баҡсабыҙ бар: икешәр – балалар һәм өлкәндәр бүлексәләрендә. Алынған баҫмаларҙы йәш категориялары буйынса бүләбеҙ. Ҡайһы берҙә пациенттар китапҡа шул тиклем үтеп инә, хатта уны үҙҙәре менән алырға рөхсәт һорай. Шуға күрә беҙгә һәр ваҡыт яңылары кәрәк. Беҙ даими рәүештә китап фондын тулыландырабыҙ, – тип һөйләне «Өфө хосписы»ның франдрайзеры Руфина Боҫҡонова.

Бынан тыш, бүләктәр «Бала саҡ» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенә, «Йәйғор» социаль һәм коррекцион ярҙам үҙәгенә, Учалы «Ғаилә» үҙәгенә, Өфөнөң «Бергә» ғаилә үҙәгенә, «Үҙенсәлекле балалар» ауыр сирле балаларға ярҙам итеү хәйриә фондына, Күгәрсен районының «Самрау» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенә һәм башҡаларға тапшырылды.

Фото: Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең матбуғат хеҙмәте.