Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Белорет районында Инйәрҙә уҙған Дамир Шәрәфетдинов исемендәге “Тыуған илгә ҡалҡан бул!” республика ижадсылар бәйгеһендә Сибай яҙыусылары ла

Белорет районында Инйәрҙә уҙған Дамир Шәрәфетдинов исемендәге “Тыуған илгә ҡалҡан бул!” республика ижадсылар бәйгеһендә Сибай яҙыусылары ла әүҙем ҡатнашты. “Әҙәбиәткә тоғролоҡ” номинацияһында Әминә Яхина һәм Таңһылыу Йәнтурина Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнһә, Әлнисә Алдырханова 1-се урынға лайыҡ булды. “Бәйгене оҫта итеп алып барған мөләйем, сәсән телле ижадсы Әлиә Саматоваға, Д.Шәрәфетдинов исемендәге бәйгене ойоштороусы Белорет хужаларына, Яҙыусылар ойошмаһына, "Ағиҙел" журналына, баһалама ағзаларына, баш ҡаланан килгән журналист яҙыусы Әхмәр Ғүмәр- Үтәбайға, Дамир Шәрәфетдиновтың хәләл ефетенә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Белорет халҡы ихлас ҡабул итте, сара бик матур үтте, һый-хөрмәттәре өсөн дә рәхмәт. Рух, илһам нурҙарына күмелеп, ҡанатланып ҡайттыҡ. Афарин, Иҙел башы! "-тип был сараның юғары кимәлдә үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, рәхмәттәрен еткерә Сибай яҙыусылары.