Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Бөгөн районындан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ун яугир ғаиләһе хажға юлланды

Бөгөн районындан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ун яугир ғаиләһе хажға юлланды. Сенатор Сөләймән Кәримов инициативаһы менән булдырылған хәйриә программаһы ярҙамында был юлы республиканан 33 мосолман изге сәфәргә юл алды. Сәғүд Ғәрәбстанындағы сәфәр ике аҙна дауам итәсәк. Буласаҡ хажиҙар унда бөтә хаж ҡылыу йолаларын үтәйәсәк. Хажға барыу - күп юл сығымдары талап иткән сәфәрҙәрҙән һанала. Шуға ла унда һәр кемдең барыу мөмкинлеге юҡ. Яугирҙәр ғаиләһенә бындай яҡшы мөмкинлек бүләк иткән Сөләймән Кәримовҡа, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә. Районда уңышлы эшләп был фонд та яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап терәк-таяныс. Белгестәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ир-егеттәр менән саралар ойоштора, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә ярҙам итә һәм яуҙа һәләк булған геройҙар ғаиләләрен иғтибар үҙәгенән ҡалдырмай. Әле изге сәфәргә юлланыусы яугир ғаиләләренә һәм уларҙың юлдаштарына хәйерле имен юлдар теләйбеҙ. Изге ниәттәрегеҙ, изге те

Бөгөн районындан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ун яугир ғаиләһе хажға юлланды. Сенатор Сөләймән Кәримов инициативаһы менән булдырылған хәйриә программаһы ярҙамында был юлы республиканан 33 мосолман изге сәфәргә юл алды.

Сәғүд Ғәрәбстанындағы сәфәр ике аҙна дауам итәсәк. Буласаҡ хажиҙар унда бөтә хаж ҡылыу йолаларын үтәйәсәк.

Хажға барыу - күп юл сығымдары талап иткән сәфәрҙәрҙән һанала. Шуға ла унда һәр кемдең барыу мөмкинлеге юҡ. Яугирҙәр ғаиләһенә бындай яҡшы мөмкинлек бүләк иткән Сөләймән Кәримовҡа, "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә.

Районда уңышлы эшләп был фонд та яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап терәк-таяныс. Белгестәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ир-егеттәр менән саралар ойоштора, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итергә ярҙам итә һәм яуҙа һәләк булған геройҙар ғаиләләрен иғтибар үҙәгенән ҡалдырмай.

Әле изге сәфәргә юлланыусы яугир ғаиләләренә һәм уларҙың юлдаштарына хәйерле имен юлдар теләйбеҙ. Изге ниәттәрегеҙ, изге теләктәрегеҙ ҡабулдарҙан булһын!

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов