Баймаҡ районының Темәс мәҙәниәт йортона район ағинәйҙәренең эш тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында республика "Ағинәй" йәмғиәте етәксеһе, Гөлфиә Янбаева килде. Шулай уҡ район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Монасипова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, Темәс ауылы биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова, Марат Әүәлбаев, Фәнүзә Йосопова, Темәс ауылы һәм яҡын тирәләге ауылдар ағинәйҙәре ҡатнаштылар. Сара бик күңелле үтте. Ағинәйҙәр үҙҙәренең ҡул эштәренә мастер класс күрһәттеләр. Ә, Темәс ауылы ағинәйҙәре төрлө йолалар күрһәтеп, йырлап-бейеп мәҙәниәт йортон дер һелкеттеләр. Баш ҡаланан һәм Баймаҡтан килгән ҡунаҡтарыбыҙ һәр кемебеҙҙең эшен ҡарап, баһалап, кәңәштәр биреп ҡыуандырҙылар. Осрашыу аҙағында Темәс ағинәйҙәре әҙерләгән һыйлы табын көтә ине барыбыҙҙы ла. Һәм әлбиттә, иҫтәлеккә фотолар төшөү. Ошо кәрәклә лә, файҙалы ла сарала ҡатнаша алыуым өсөн бик шатмын. Ишей ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе; Х. И. Ишдәүләтова 28.05.2025 йыл.