Республикала законһыҙ мәшғүллеккә ҡаршы ведомство-ара көрәш әүҙем алып барыла һәм ул һиҙелерлек һөҙөмтә бирә. Был эштең үҙәк майҙансығы булып легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссия тора. Мәҫәлән, 11 йыллыҡ берлектәге эшмәкәрлектә 435 меңдән ашыу граждан легалләштерелгән. 2025 йылдың 1 майына 6438 законһыҙ эшләгән граждан "күләгә"нән сығарылған, тип хәбәр итә "Молодежная газета" баҫмаһы. Социаль фонд 2024 йылда легалләштерелгән эшселәрҙең эш урындарында ныҡлы нығыныуын раҫлай - 79,5%. Төрлө алымдар ҡулланыла: контроль-күҙәтеү органдарының тикшереүе, эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр менән мәғлүмәт-аңлатыу эше, социаль партнерҙар йәлеп итеү һәм коллектив килешеүҙәр төҙөү. Рәсми булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле ысул тип һәр кешенең бындай эш төрөнөң сәбәптәрен һәм эҙемтәләрен аңлауы атала. Рәсми булмаған мәшғүллек ваҡытында хеҙмәткәр эш хаҡының тотҡарланыуы йәки түләнмәүе, дауахана ҡағыҙҙарының түләнмәүе, аңлатмаһыҙ теләһә ҡайһы ваҡытта эштән бу
Башҡортостанда легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы ведомство-ара көрәш алып барыла
28 мая 202528 мая 2025
1 мин