Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Үбеп кенә мине уят бөгөн

Үбеп кенә мине уят бөгөн… Үбеп кенә мине уят бөгөн! Көн башланһын һинең һөйөүҙән, Былай ҙа бит ғүмер ҡыҫҡартабыҙ Юҡ-бар өсөн янып-көйөүҙән. Юҡ, ҡәһүә тотоп түшәгемә Килмә, бары йылмай яратып, Тыуыр көнгә өмөт, дәрт уятып, Шиктәр-шөбһәләрҙе таратып. Уят мине бөгөн үбеп кенә! Иртәгә лә. Унан һуңға ла… Һинең бәхет – минең ҡулда бит һуң, Минең бәхетем һиндә булһа ла! Фирүзә Абдуллина.

Үбеп кенә мине уят бөгөн…

Үбеп кенә мине уят бөгөн!

Көн башланһын һинең һөйөүҙән,

Былай ҙа бит ғүмер ҡыҫҡартабыҙ

Юҡ-бар өсөн янып-көйөүҙән.

Юҡ, ҡәһүә тотоп түшәгемә

Килмә, бары йылмай яратып,

Тыуыр көнгә өмөт, дәрт уятып,

Шиктәр-шөбһәләрҙе таратып.

Уят мине бөгөн үбеп кенә!

Иртәгә лә. Унан һуңға ла…

Һинең бәхет – минең ҡулда бит һуң,

Минең бәхетем һиндә булһа ла!

Фирүзә Абдуллина.