Мин әҙермен һине тыңларға! Әйтер һүҙең миңә, һиҙәм, байтаҡ – Күҙҙәреңдең серле нуры бар… Хистәреңде әгәр асыр булһаң, Тайпылмайса юлдан тура бар! Күҙҙәремде төбәп күҙҙәреңә, Ымһынмайса наҙлы һүҙҙәргә Ғүмер үтеп бара, һиҙәһеңме? Китеп барабыҙ бит көҙҙәргә… “Яратам”,- тип күптән әйткән инең, Ир-егеттең һүҙе бер була… Бер булмаһын ине ошо һүҙең! Ҡабатлаһаң әгәр ни була? “Һинән башҡа миңә кәрәк түгел!”- Тигән инең. Һаман хәтерҙә… Тағы ниндәй һүҙҙәр әйткән инең? Һин хәтерлә әле, хәтерлә! Минән башҡа ул һүҙҙәрҙе әйтер Кешең юҡ бит. Кемгә һаҡлайһың? Теге донъяларҙа кәрәгер, тип Мөхәббәтте әллә ҡаҡлайһың? Ожмах-тамуҡтарға саҡырһаң да, Һиңә кәрәк бары ымларға… Миңә әйтер һүҙең байтаҡ буғай, Мин әҙермен һине тыңларға! Фирүзә Абдуллина.