Найти в Дзене

“Йүрүҙән” гәзитенең сайты иң яҡшыһы тип танылды

Салауат районы гәзиттәре редакциялары “Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” республика проекты конкурсында еңеү яуланы.

Бүләкләү тантанаһы Өфөлә “Башинформ” агентлығының конференц-холл залында үтте. “Йүрүҙән” гәзите редакцияһы “Иң яҡшы сайт” номинацияһында еңеүсе булып, “Үҫеш” мәғрифәтселек үҙәгенең (Просветительский центр “Развитие”) Дипломы һәм ҡиммәтле приз – фотоаппарат менән бүләкләнде. “На земле Салавата” гәзите “Иң яҡшы социаль селтәрҙәр” номинацияһында еңеү яулап, бүләккә смартфон алды.

“Журналистика оҫтаханаһы: сайт, социаль селтәрҙәр һәм принт” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары Фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. “Үҫеш” мәғрифәтселек үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Ринат Шәйбәков билдәләүенсә, республика Башлығы грантына “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто менән берлектә ойошторолған проектта бөтә район киң мәғлүмәт саралары журналистары – баш мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, фотохәбәрселәр, СММ-белгестәр ҡатнашты. Улар өсөн ете район-ара үҙәктә медиаиндустрияның иң яҡшы белгестәре ҡатнашлығында 7 семинар ойошторолдо. Проектҡа федераль эксперттарҙың да ҡушылыуы айырыуса әһәмиәтле. Рәсәй Журналистар союзы секретары Владимир Касютин һәм билдәле гәзит дизайнеры Сергей Мешавкин район гәзиттәре йөкмәткеһен ентекле тикшереп, мөһим тәҡдимдәр бирҙе.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова республика Башлығы Радий Хәбировҡа һәм Башҡортостан Башлығы гранттары фондына тармаҡҡа ярҙамдары һәм иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостан Башлығы гранты сиктәрендә беҙ тәүге тапҡыр киң мәғлүмәт сараларына 50 миллион һум аҡса алдыҡ. Был беҙҙең редакциялар араһында бүленгән бығаса булмаған ярҙам. Бындай грант системаһы ысынында күп нәмәгә өйрәтә: планлаштырырға, уйлап табырға һәм яңы идеялар индерергә, контентты киңәйтергә.

Бөгөн киң мәғлүмәт саралары бик күп саҡырыуҙар менән осраша. Был тексты яҙыу ғына түгел, ул ҙур дәүләт бурыстары ла, телефон мутлашыусыларына, ялған мәғлүмәткә ҡаршы көрәш тә. Тормош һәм уның менән бергә журналистика ла үҙгәрә, шуға күрә бындай уҡытыу форматтары бик талап ителә, – тине Елена Анатольевна үҙенең сығышында.

Уҡыу тамамланғас, урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре араһында конкурс ойошторолдо, еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр: ноутбуктар, смартфондар һәм фотоаппараттар алды. Бөтәһе 21 редакцияның уңышы билдәләнде. “Йүрүҙән” гәзите редакцияһы проект сиктәрендә уҙғарылған конкурсҡа баҫма гәзиттә, сайт һәм социаль селтәрҙәрҙә сыҡҡан материалдарын тәҡдим итте. Беҙҙең сайттың иң яҡшылар араһында булыуы ҙур мәртәбә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.