Еңеү Көнө алдынан Ғафури районында "Ватанды Һаҡлаусылар" фонды филиалы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре 120 йүкә, миләш һәм декоратив ҡыуаҡтар ултыртты. Красноусол ауылындағы "Юность" мәҙәниәт һәм ял паркында "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә МХО геройҙары иҫтәлеге аллеяһына нигеҙ һалынды. Сарала һәм уны әҙерләүҙә "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалының социаль координаторҙары Рәмзиә Юлмөхәмәтова һәм Рәмзиә Хисаметдинова, шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары ҡатнашты. Аллеяның нигеҙен алдан әҙерләнеләр: концепция һәм дизайн-проект эшләнде, ултыртыу урыны һәм схемаһы билдәләнде. Үҫентеләр өсөн соҡорҙарҙы МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре эшләне. Был аллея патриотик саралар үткәреү урыны буласаҡ тип күҙаллана. 9 майҙа "Ярҙам яҡында" МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге алдындағы майҙансыҡта "Һалдат бутҡаһы" акцияһы үтте. "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова һүҙҙәренсә, бындай сарал
Ғафури районында МХО геройҙары аллеяһына нигеҙ һалынды
20 мая 202520 мая 2025
1 мин