27 июндә Башҡортостан ҡала һәм райондарында "Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты" һәм "ПрофФест" талап ителгән һөнәрҙәр фестивале уҙғарыла. Саралар предприятиеларҙа кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итеүгә, талап ителгән һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға, йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мөмкинлектәрен киңәйтеүгә, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлештә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. "Молодежная газета" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, йәрминкәлә ҡатнашыусылар республиканың алдынғы предприятиеларының вакансиялары менән таныша аласаҡ. Уларҙы төрлө һөнәри йүнәлеш биреү саралары: оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, профпробалар, профдиагностика һәм башҡалар көтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 18 апрелендә үткән йәрминкәнең төбәк этабында 29,8 мең граждан һәм 900 эш биреүсе йыйылды. "Рәсәй эше" платформаһында урынлаштырылған 15,8 мең вакансия тәҡдим ителде. Йәрминкәнең федераль этабында ҡатнашыу өсөн 2025 йылдың 20 майына тиклем ғариза бирергә кәрәк. Фото: "Молодежная газета".
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең федераль этабы үтә
19 мая 202519 мая 2025
~1 мин