Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының икенсе съезын үтте. Был хаҡта республика Башлығы Р. Хәбиров яҙа: -Беренсе йыйында беҙ телде өйрәнеүҙе йәнләндереү, уны балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлыраҡ итеү хаҡында фекер алышҡайныҡ. Эш һөҙөмтәләре дөрөҫ юлдан барыуыбыҙҙы иҫбатлай. Педагогтар, ғалимдар, методистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, алдынғы ҡарашлы йәштәр менән бергә республикабыҙҙа туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса һөҙөмтәле система ҡора алдыҡ. ✅ Мәғариф министрлығында Милли мәғариф идаралығын ойошторҙоҡ. ✅ Республикала 9 полилингваль гимназия барлыҡҡа килде. Уларҙың һаны тағы ла артасаҡ. Балалар төрлө яҡлы сифатлы белем алырға тейеш. Бөгөн туған телдәрҙе лә, рус телен дә, сит телдәрҙе лә яҡшы белеү – тормошта юғалып ҡалмау, уңыштарға ирешеү өсөн төп шарттарҙың береһе. ✅ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын булдырҙыҡ. Ул кескәйҙәрҙе һәм уҡыусы балаларҙы телгә заманса, ҡыҙыҡлы, сағыу алымдар, уйындар аша ылыҡтыра. ✅ Телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн йыл һайын гранттар бүләб
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының икенсе съезын үтте
17 мая 202517 мая 2025
1 мин