Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Бөгөн Сибай институтында мәртәбәле, иҫтәлекле сара үтте

Бөгөн Сибай институтында мәртәбәле, иҫтәлекле сара үтте. Билдәле сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғариповтың ижадына һәм тормош юлына бағышланған музей асылды. Уны асыуҙа скульпторҙың ҡатыны Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, туғандары, уның ижады менән таныш коллегалары ҡатнашты. Ҙур, мәртәбәле эш эшләнегеҙ, Илдар Сәлихйән улы, коллективығыҙ. Роза Хаммат ҡыҙы был эшкә күп көс һалды, өлөшөн индерҙе. Килгән ҡунаҡтар яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Илдар Сәлихйән улына артабан да эштәрегеҙҙә уңыш-ҡаҙаныштар, рухлы, илһөйәр студенттар теләйбеҙ,музей эшенә, тарих, шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙә ҙур эш алып барғанығыҙға, иғтибар биреүегеҙгә рәхмәт! 🖊️Альбина Ярмуллина

Бөгөн Сибай институтында мәртәбәле, иҫтәлекле сара үтте. Билдәле сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғариповтың ижадына һәм тормош юлына бағышланған музей асылды. Уны асыуҙа скульпторҙың ҡатыны Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы, туғандары, уның ижады менән таныш коллегалары ҡатнашты. Ҙур, мәртәбәле эш эшләнегеҙ, Илдар Сәлихйән улы, коллективығыҙ. Роза Хаммат ҡыҙы был эшкә күп көс һалды, өлөшөн индерҙе. Килгән ҡунаҡтар яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Илдар Сәлихйән улына артабан да эштәрегеҙҙә уңыш-ҡаҙаныштар, рухлы, илһөйәр студенттар теләйбеҙ,музей эшенә, тарих, шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙә ҙур эш алып барғанығыҙға, иғтибар биреүегеҙгә рәхмәт!

🖊️Альбина Ярмуллина