9 май көнө, «Һалдатты табырға ярҙам итәбеҙ» акцияһын дауам иттереп, музей хеҙмәткәрҙәре ҡалалаштарҙан күп кенә мөрәжәғәттәр ҡабул иткәйне. Эҙләү эштәрен Зөбәржәт Вәкил ҡыҙы һаман да дауам иттереп, ҡайһы берҙәренең быға тиклем сер итеп һаҡланған документтарын табыуға өлгәште. Шатлыҡлы хәбәрҙе еткереү менән, атаһы менән бергә һуғышҡа китеп хәбәрһеҙ юғалған Вагин Иван Петровичтың һеңлеһе - Светлана Алексеевна килеп тә етте. Вагин И.П. 1920 йылдың 10 октябрендә Чкалов өлкәһенең Орск районындағы Федоровск ауылында (хәҙерге Хәйбулла районы Федоровка ауылы) донъяға килә. Һуғышҡа алынғанға тиклем Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһында руда сығарыуҙа эшләй. 1941 йылда Баймаҡ военкоматы аша хеҙмәткә алына һәм Украиналағы Житомир ҡалаһында хәрби званиеһы буйынса сержант, вазифаһы буйынса орудия командиры була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, немец фашистарына әсирлеккә алынып, 1941 йылдың 31 декабрендә үлтерелә. Был турала немец телендә яҙылып, аҙаҡ руссаға тәржемә ителгән яңы табылған документта бәйән ителә. Ә
9 май көнө, «Һалдатты табырға ярҙам итәбеҙ» акцияһын дауам иттереп, музей хеҙмәткәрҙәре ҡалалаштарҙан күп кенә мөрәжәғәттәр ҡабул иткәйне
16 мая 202516 мая 2025
1 мин