Әрем менән дауаланайыҡ
Дарыу иртәнсәк әҙер булһын өсөн уны кистән әҙерләп ҡуйыу кәрәк
2 өймәләмә тулы аш ҡалағы әремде 1 cтакан араҡыға һалып, уны ярты литрлыҡ банкаға бушатабыҙ.
Һыу боҫонда 20 минут тотабыҙ. Унан уттан алабыҙ һәм һыу өҫтөндә килеш таңға тиклем ҡалдырабыҙ. Был ваҡыт эсендә алкоголь тулыһыса осоп бөтә.
Иртәнсәк һөҙөп алабыҙ һәм 1 аш ҡалағы бал ҡушып болғатабыҙ.
Уны түбәндәге схема буйынса эсәбеҙ:
Иртәнге 6-7 сәғәттә - 2 аш ҡалағы эсеп һәм артынан йәшелсә-емеш ашап ҡуябыҙ. 12-13 сәғәттә - 1 аш ҡалағы эсәбеҙ һәм артынан йәшелсә-емеш
18-19 сәғәттә - 1 аш ҡалағы эсегеҙ һәм артынан йәшелсә-емеш 23-24 сәғәттә - 2 аш ҡалағы эсегеҙ һәм артынан йәшелсә-емеш
Ошолай схема менән эскәндә 1-2 көндә бронхиттан ҡотолоп була. Ә көслө йүтәл бер көндә юҡҡа сығыр. Шулай уҡ иммунитетты нығытыу, тын алышын еңеләйтеү, тән ауырлығынан ҡотолоу өсөн шәп.