🎊ҠОТЛАЙБЫҘ! "Сибай" 3-сө Республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова "Хеҙмәт батырлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.🎈 Награданы яҡташыбыҙға II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. 💯 Әлнисә Рәхимйән ҡыҙын сираттағы уңышы менән ҡотлайбыҙ һәм эшендә яңынан-яңы бейеклектәр теләйбеҙ! #РПМГИСибай