Кисә Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы асылды. Мәктәп, балалар баҡсалары, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында эшләгән педагогтар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен, полилингваль һәм билингваль белем биреү тәжрибәһен, республиканың тел сәйәсәте торошон тикшереү өсөн фекер алышты. Съезд делегаты, Өфөнөң 52-се лицейының башҡорт теле уҡытыусыһы Шәүрә Әбсәләмова педагогтар династияһынан. Әбсәләмовтарҙың дөйөм педагогик хеҙмәт стажы 782 йыл тәшкил итә. Шәүрә Мөхәмәт ҡыҙы 2024 йылда уҙғарылған Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт, рус, туған тел уҡытыусылары һәм полилингваль күп профилле дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыу предметтарын билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә алып барыусы уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе. 30 йылдан ашыу баларға белем биргән педагог республикабыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын тәрәндән өйрәнеүгә арналған сараларҙың әһәмиәтен юғары баһалай. Тәжрибәле уҡытыусыны бөгөн мәктәптәрҙә педаго
Уҡытыусылар йыйыны – тәжрибә майҙансығы
14 мая 202514 мая 2025
1 мин