Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Украиналағы барған махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Әбүбәкировтың иҫтәлегенә сара

Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Украиналағы барған махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Әбүбәкировтың иҫтәлегенә сара үткәрелде. Эйе, йәшнәп йәшәр сағында фажиғәле рәүештә арабыҙзан китеп барҙы ил ҡаһарманы Денис Ирек улы Әбүбәкиров. Яҙмыш тарафынан уға ҡыҫҡа, әммә йәшен утылай сағыу ғүмер әҙерләнгәнен алдан тойған һымаҡ, балҡып күкрәп йәшәп ҡалырға тырыша. Денистың яҡты иҫтәлегенә арналған сараны Денистың әсәһе Нәилә Яхъя ҡыҙы Әбүбәкирова ойошторҙо.Туғандары Гәүһәр Буранова, Миңзәлә Рәжәп ҡыҙы, уҡытыусылары Кәекбирҙина Альмира Әмир ҡыҙы, Үҙәнбаева Әнисә Рәшит ҡыҙы класташтары, дуҫтары, ауылдаштары, шулай уҡ Сибай ҡалаһының махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙам итеү үҙәгенең социаль координаторы Рәхимғолова Заря Рафиҡ ҡыҙы ла булды, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары ҡатнашты. Әбүбәкиров Денис Ирек улы 1990 йылдың 5 нояберендә Куйбышев ҡалаһында ғаиләлә көтөп алған тәүге бала була. Бәләкәйҙән шаян, илгәҙәк булып үҫә Денис. Ҡустыһына, һеңлеһенә ағай булар

Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Украиналағы барған махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Әбүбәкировтың иҫтәлегенә сара үткәрелде. Эйе, йәшнәп йәшәр сағында фажиғәле рәүештә арабыҙзан китеп барҙы ил ҡаһарманы Денис Ирек улы Әбүбәкиров. Яҙмыш тарафынан уға ҡыҫҡа, әммә йәшен утылай сағыу ғүмер әҙерләнгәнен алдан тойған һымаҡ, балҡып күкрәп йәшәп ҡалырға тырыша.

Денистың яҡты иҫтәлегенә арналған сараны Денистың әсәһе Нәилә Яхъя ҡыҙы Әбүбәкирова ойошторҙо.Туғандары Гәүһәр Буранова, Миңзәлә Рәжәп ҡыҙы, уҡытыусылары Кәекбирҙина Альмира Әмир ҡыҙы, Үҙәнбаева Әнисә Рәшит ҡыҙы класташтары, дуҫтары, ауылдаштары, шулай уҡ Сибай ҡалаһының махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына ярҙам итеү үҙәгенең социаль координаторы Рәхимғолова Заря Рафиҡ ҡыҙы ла булды, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары ҡатнашты.

Әбүбәкиров Денис Ирек улы 1990 йылдың 5 нояберендә Куйбышев ҡалаһында ғаиләлә көтөп алған тәүге бала була. Бәләкәйҙән шаян, илгәҙәк булып үҫә Денис. Ҡустыһына, һеңлеһенә ағай булараҡ гел уларҙы ҡурсалап, яратып ҡарап йөрөй. Ауылда, туғандарына ҡунаҡҡа ҡайтҡанда, ҡартатаһы менән балыҡҡа йөрөргә ярата.

2000 йылда ата –әсәһе менән Сибайға күсәләр. Денис Сибай ҡалаһының 13-сө урта мәктәбендә белем ала. 9-сы класты тамамлағандан һуң, һөнәр һайлап, Сибай тау техникумына уҡырға инә. 3 курста уҡып йөрөгәнендә, әрме сафына хеҙмәт итергә китә. Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһында хеҙмәт итә Денис. Ҡыйыу, шуҡ егет рядовойҙан старший сержант дәрәжәһенә тиклем үрләй. 2010 йылда Оборона Министрлығы менән контракт төҙөп артабан хеҙмәт итергә ҡарар яһай. Сибай ҡалаһына ҡайтҡас, вахта менән Себер тарафтарында монтажник булып эшләй. Тырыш егет уҙенә 3 бүлмәле фатир, машина һатып ала. Һеңлеһенә институтта уҡығанда гел ярзам ҡулы һуҙа, әсәһенә, ҡустыһына һәр вакыт дуҫ, ярзамсы була, дәртләнеп тормош көтәм тип йәшәй.

Денистың яратҡан хоббиһы ла була- ул балыҡ тоторға ярата. Тәбиғәттә ял итеүҙе, спорт менән шөғөлләнеүҙе, волейбол уйынын үҙ итте. Тәрбиәле егеттең дуҫтары ла күп була. Барыһы менән татыу аралашты, һәр яҡлап ярҙам итергә ашыҡты.

Украиналағы барған махсус операцияны ла ҡалдыра алманы Денис- үҙенең яуаплылығын тыялмай, дуҫтарына тоғролоҡ һаҡлап 2024 йылдың 2 июнендә Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөп, тыуған илен яҡларға юлланды.

2024 йылдың 27 июнендә ҡаты яраланып госпиталдә 1 ай ята.

7 октябрь көнө Денис әсәһенә шылтыратып: ялға ҡайтаралар, йә санаторийға һаулыҡ нығытырға ебәрәләр”- тип хәбәр итә.

10 октябрь Денис һуңғы тапҡыр әсәһе менән бәйләнешкә сығып, уларҙың отрядын төндә алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәре тураһында хәбәр итә. Башҡа шылтыратмай. 19 октябрҙән алып уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында командирҙары әйтә. Һуңғараҡ ҡайғылы хәбәр килә- Әбүбәкиров Денис Донецк өлкәһендәге Новогродовканы азат иткәндэ батырҙарса һәләк булған.

Денис Әбүбәкиров һәләк булғандан һуң “Батырлыҡ ордены” менән бүләкләнә.

Батыр үлһә лә, даны үлмәй. Ватанына тоғро ҡалып, хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәгән барлыҡ яугирҙәргә мәңгелек дан!