Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауылында ағинәйҙәр йыйыны үтте. Ауылдың ағинәйҙәре рәйесе Миңһылыу Сәлимованың саҡырыуы буйынса йыйында Хәйбулла районының Йәнтеш, Ейәнсура районының Өмбәт һәм Үтәғол ауылдары ағинәйҙәре , Баймаҡ районы ,, Ағинәй " йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гүзәл Монасипова , Таулыҡай ауылы ағинәйҙәре , һ б ҡатнашты. Йыйындың тәүге өлөшө ауыл мәсетендә үтте . Ауыл белә башлығы Илнур Ишмөхәмәтов биләмә тормошо менән таныштырҙы. Имам - хатиб Сәфәрғәле Ярмуллин МХО - лағы яугирҙәргә аят бағышланы. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин Ярмуллиндар ғаиләһен ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулыу айҡанлы ҡотланы , уларға һәм Илнур Мансур улына Ҡоролтайҙың Маҡтау Ҡағыҙын тапшырҙы . Йыйындың икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр өсөн ауылдың китапханаһына , мәктәпкә , мәктәптәге музейға экскурсия ойошторолдо. Ишмөхәмәт ағинәйҙәре, тәҙрә аша бала һатып алыу йолаһын күрһәтте.