📽️Сибай ҡалаһының «Мир» йәштәр йортонда Елена Дубровскаяның «Батыр» кино фильмының премьераһы үтте. «Рәсәй мәктәптәрендә кино дәрестәре» проектының башҡарма продюсеры Азамат Тимерғазин һөйләүенсә, ҡыҙыҡлы фильм Өфөлә, Архангель районында төшөрөлгән. Әйткәндәй, Азамат Нил улы Сибай телевидениеһында директор булып эшләне. Тәрән мәғәнәле, тыуған ергә, халҡыбыҙға, милли ҡиммәттәргә һөйөү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған әҫәрҙе тамашасылар яратып ҡабул итте. Етмәһә, унда беҙҙең яратҡан артисыбыҙ Вәкил Барый улы Йосопов төшкән. Фильмды уның улы Айҙар ҙа ҡарап үҙ фекерҙәрен еткерҙе. «Батыр»ҙы күргегеҙ килһә, иртәгә тағы ла көндөҙгө 12-лә һәм киске 18.00 сәғәттә шул уҡ «Мир»ға барып ҡарағыҙ.
📽️Сибай ҡалаһының «Мир» йәштәр йортонда Елена Дубровскаяның «Батыр» кино фильмының премьераһы үтте
22 мая 202522 мая 2025
~1 мин