Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Бөгөн "Мир" кинотеатрында Елена Дубровскаяның "Батыр" фильмының премьераһы үтте

Бөгөн "Мир" кинотеатрында Елена Дубровскаяның "Батыр" фильмының премьераһы үтте. Тәбиғәт һәм кеше, оло һәм кесе быуын, милләт-ара бәйләнеш, дуҫлыҡ, мөхәббәт, милли йола һәм халыҡ кәсептәренә булған ихтирамды сағылдырған был фильм күңелгә ятты. Көлдөрөп, илатып ҡына ҡалманы, ә Башҡортостандың тәбиғәтенә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа, башҡорт халҡына ҡарата ғорурлыҡты, хөрмәтте тағы ла арттырҙы. Ҙур залда, бөтә тулылығында "Батыр"ҙы күргегеҙ килһә, иртәгә тағы ла көндөҙгө 12-лә һәм киске 18.00 сәғәттә шул уҡ "Мир"ҙа барып ҡарағыҙ. Һис шикһеҙ һеҙгә лә оҡшаясаҡ! P.S. Кино тамамланғас, уның тураһында һәр кем үҙ фекере менән уртаҡлашты. Розалия Теүәлбаева

Бөгөн "Мир" кинотеатрында Елена Дубровскаяның "Батыр" фильмының премьераһы үтте.

Тәбиғәт һәм кеше, оло һәм кесе быуын, милләт-ара бәйләнеш, дуҫлыҡ, мөхәббәт, милли йола һәм халыҡ кәсептәренә булған ихтирамды сағылдырған был фильм күңелгә ятты. Көлдөрөп, илатып ҡына ҡалманы, ә Башҡортостандың тәбиғәтенә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа, башҡорт халҡына ҡарата ғорурлыҡты, хөрмәтте тағы ла арттырҙы.

Ҙур залда, бөтә тулылығында "Батыр"ҙы күргегеҙ килһә, иртәгә тағы ла көндөҙгө 12-лә һәм киске 18.00 сәғәттә шул уҡ "Мир"ҙа барып ҡарағыҙ. Һис шикһеҙ һеҙгә лә оҡшаясаҡ!

P.S. Кино тамамланғас, уның тураһында һәр кем үҙ фекере менән уртаҡлашты.

Розалия Теүәлбаева