Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

💥💥💥"Үлемһеҙ полк

💥💥💥"Үлемһеҙ полк "🎉⭐ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатайым Байғужин Ғибаҙулла Мортаза улының һәм ҡартәсәйем Камила Мөхәмәтзариф ҡыҙының иң оло улдары - Ғиззәт Байғужиндың һуғыштан яҙған өсмөйөшлө һалдат хаттары әлеге көнгә тиклем һаҡлана. Хаттарға 82 йыл. Ғиззәт Ғибаҙулла улы 1943 йылда 17 генә йәшендә фронтҡа алына. Тәүҙә Алкинола алты ай дауамында хәрби уҡыуҙар үтә. Ул унан күп кенә һағыныу сәләмдәре яҙа, туғандарының, ауылдаштарының, тиҫтерҙәренең хәлдәрен һораша. "Хат башы, яҙ ҡаршы. Ҡәҙерле күргән әсәйемә, Шәрифулла, Сибәғәт, Ниғәмәт, Хөсәйен ҡустыларыма сәләм. Колхоз хәлдәре нисек, иген бирәме? Кемдәр өйҙә, кемдәр китте, кемдәр килде? Әхмәт өйҙәме? Атайымдан хат киләме, килһә адресын һалығыҙ. Өйҙән алып килгән ризығымды ашап бөттөм. Беҙ Алкиноға килгәндә минең документ булмай, комиссия килгәйне һәм миңә ҡайтырға тигәйне, күҙҙән дә ауырыу таптылар. Мин ҡайтмай, тура Өфөгә килдем, комиссия көтөп ятабыҙ әле. Комиссияны үтә алһам, ҡабат Алкиноға барам, үткәс, тағы бер яҙ

💥💥💥"Үлемһеҙ полк "🎉⭐

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡартатайым Байғужин Ғибаҙулла Мортаза улының һәм ҡартәсәйем Камила Мөхәмәтзариф ҡыҙының иң оло улдары - Ғиззәт Байғужиндың һуғыштан яҙған өсмөйөшлө һалдат хаттары әлеге көнгә тиклем һаҡлана. Хаттарға 82 йыл.

Ғиззәт Ғибаҙулла улы 1943 йылда 17 генә йәшендә фронтҡа алына. Тәүҙә Алкинола алты ай дауамында хәрби уҡыуҙар үтә. Ул унан күп кенә һағыныу сәләмдәре яҙа, туғандарының, ауылдаштарының, тиҫтерҙәренең хәлдәрен һораша.

"Хат башы, яҙ ҡаршы. Ҡәҙерле күргән әсәйемә, Шәрифулла, Сибәғәт, Ниғәмәт, Хөсәйен ҡустыларыма сәләм. Колхоз хәлдәре нисек, иген бирәме? Кемдәр өйҙә, кемдәр китте, кемдәр килде? Әхмәт өйҙәме? Атайымдан хат киләме, килһә адресын һалығыҙ. Өйҙән алып килгән ризығымды ашап бөттөм. Беҙ Алкиноға килгәндә минең документ булмай, комиссия килгәйне һәм миңә ҡайтырға тигәйне, күҙҙән дә ауырыу таптылар. Мин ҡайтмай, тура Өфөгә килдем, комиссия көтөп ятабыҙ әле. Комиссияны үтә алһам, ҡабат Алкиноға барам, үткәс, тағы бер яҙырмын әле хәлемде белгертеп..."

...Хаттарының эстәлеге буйынса ул комиссияны үтеп ҡабат Алкиноға килә. Һәр хатында ул өйҙәгеләр өсөн борсола, ашарығыҙға бармы тиеп һораша, атаһының фронтта нисек йөрөүен белешә. Үҙенең кесе туғандарын әсәләрен тыңлауын, тырышып эшләүҙәрен үтенә.

"Колхоз ниндәй эшкә ҡуша, шунда эшләгеҙ, өй эше ул еңел ул, һыйыр быҙауланымы, сепаратығыҙҙы һатмағыҙ тип яҙа. Председатель, шитауат (счетовод) кем, бригадир Хәмитйән ағаймы, әллә Сәлихйән ағаймы? Күп сәләмдәр әйтегеҙ мине һорағандарға..."

Үҙе тураһында ла яҙа: "Беҙҙе ике ҡат кейендерҙеләр, гимнастерка, салбар, ботинка, силғау, бишмәт бирҙеләр. Үҙемдең бейәләй, ойоҡто бирмәй алып ҡалдым. Ашау яҡшы, өс рәт аш, берәр рәт бутҡа, 700 грамм икмәк бирәләр..."

Хәрби уҡыуҙар тамамланғас олатайымдың хаттары һуғыштан килә башлай.

"Беҙ Әхмәҙулла менән бергәбеҙ. Фронтҡа ингәнгә 20 көн, хәҙер бер ҙә ҡурҡынысы юҡ. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ. Иҫән-һау булһам бер ҡайтып әйләнермен әле. Үҙегеҙ һау булығыҙ!", - тип яҙа ул бер хатында.

Эээх ҡасан ғына, бер ҡайтып иркенләп йөрөлөр икән, тип һағыш ҡаты әрнеүҙәрен дә белдереп яҙа ул.

Һуңғы хаты 1944 йылдың август айында килә.

"Беҙ Эстония ерендәбеҙ, арыш уңған, йыйыусы юҡ, окоп эсендә немец ҡағыҙы, ҡәләме менән хат яҙам", - тигән ул.

...Сентябрь айында хәбәрһеҙ юғалған тигән ҡағыҙ килә.

Атаһы Ғибаҙулла ҡартатайым әллә нисә тапҡыр яраланып, Берлинғаса барып етеп оло Еңеү менән тыуған ауылына ҡайтып төшә. Атаһы ла, әсәһе лә оло улдарын ғүмер буйы көтәләр. Әллә күпме запростар эшләтәләр, ләкин һөҙөмтәһеҙ була.

"Ҡартәсәйем ҡулында үҫкәс, ул шатлығын да, ҡайғыһын да минең менән уртаҡлашты. Ғүмеренең аҙағына тиклем улын көттө, ана-бына ҡайтып инер тип гән өмөттәр менән йәшәне, тип һөйләй әсәйем Роза Шәрифулла ҡыҙы. - Ҡартәсәйем улының хаттарын ҡәҙерләп һаҡланы һәм миңә тапшырҙы, мин һиңә тапшырам", тип, ҡартатайымдың миҙалдарын һәм Ғиззәт олатайымдың хаттарын миңә бирҙе әсәйем.

"Эй күҙ нурым, беләм

Тере түгелһеңдер.

Кемдәр һине йыуып

Тәрбиәләгән тиһеңдер,

Күктән төшкән ямғыр,

Йыуып тәрбиәләгәндер.

Ғәзиз балаҡайым,

Кемдәр һине күмгәндер,

Ағастан өҙөлөп төшкән

Һары япраҡ күргәндер", - тип

ҡартәсәйем балаһын һағынып ошолай һамаҡлап илай торғайны, тип хәтерләй әсәйем...

Ғиззәт Ғибаҙулла улы хәбәрһеҙ юғалһа ла, уның йөрәк йылыһы менән яҙылған хаттары әле лә һаҡлана һәм ҡулдан-ҡулға мираҫ итеп тапшырыла. Хаттары буйынса туған йәнле, иғтибарлы, кешелекле, тыуған яғының, иленең, ауылының ысын патриоты булған олатайым.

Йәп-йәш булыуына ҡарамаҫтан иле өсөн ҡорал алып яуға баҫҡан. Тыуған илен һаҡлаған, яҡлаған олатайым менән ғорурланам.

Олатайымдың ҡаһарманлығын онотмайбыҙ, хәтерләйбеҙ!

Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылына арнап ғорурлыҡ менән яҙылған был яҙманы Өфө ҡалаһынан Райхана Юлгилдина ебәргән 🤲