Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Һабыр ауылында йәшәүсе Зәйнулла Фәтхулла улы менән Сәғиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы Ҡоҙашевтарҙы

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Һабыр ауылында йәшәүсе Зәйнулла Фәтхулла улы менән Сәғиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы Ҡоҙашевтарҙы бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыу, Ҡаһарман Мостафа улы һәм Хәбирә Ғүмәр ҡыҙы Солтановтарҙы 60 йыл бергә йәшәүҙәре айҡанлы ҡотланы һәм Республика Башлығының махсус бүләген тапшырҙы. Оҙон тормош юлын иңгә- иң терәп, бергә уҙған бындай ғаиләләр йәштәргә өлгө. Улар күп итеп балалар үҫтергән, уларҙы уҡытып, оло тормошҡа аяҡ баҫтырған. -Зәйнулла ағай һәм Сәғиҙә апай, Ҡаһарман ағай һәм Хәбирә апай! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет, күңел тыныслығы, донъя именлеге, балалар ҡыуанысы һәм оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйем! - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Борис Николаевич. Беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға ҡарап һоҡланабыҙ!

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Һабыр ауылында йәшәүсе Зәйнулла Фәтхулла улы менән Сәғиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы Ҡоҙашевтарҙы бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыу, Ҡаһарман Мостафа улы һәм Хәбирә Ғүмәр ҡыҙы Солтановтарҙы 60 йыл бергә йәшәүҙәре айҡанлы ҡотланы һәм Республика Башлығының махсус бүләген тапшырҙы.

Оҙон тормош юлын иңгә- иң терәп, бергә уҙған бындай ғаиләләр йәштәргә өлгө. Улар күп итеп балалар үҫтергән, уларҙы уҡытып, оло тормошҡа аяҡ баҫтырған.

-Зәйнулла ағай һәм Сәғиҙә апай, Ҡаһарман ағай һәм Хәбирә апай! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет, күңел тыныслығы, донъя именлеге, балалар ҡыуанысы һәм оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйем! - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Борис Николаевич.

Беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм уларға ҡарап һоҡланабыҙ!

-2