Махсус хәрби операция ветерандары, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан буйынса филиалының социаль координаторҙары Эдуард Голодько, Шамил Ғәлимйәнов Һәм Олег Мөфтәхетдинов Еңеү көнөнә Эдуард Асадовтың "Россия начиналась не с меча!" шиғырын уҡып ишеттерҙе. Эдуард Голодько әрмелә хеҙмәт иткәндә үк хәрби булырға ҡарар итә. Шул ваҡыттан алып "Ватанды һаҡлау" уның һөнәре булып ҡала. Бер йыл элек Эдуард ҡаты яралана. Батырлыҡ ордены – уның хәрби ҡаҙаныштарына ҙур баһа. Хәҙер өлкән сержант демобилизацияға әҙерләнә һәм артабанғы тормошон "Ватанды һаҡлаусылар" фонды менән бәйләргә ниәтләй. Олег Мөфтәхетдинов хәрби задание ваҡытында ҡаты яралана. Батырлыҡ ордены, генерал Шайморатов, "Артемовскиҙы азат иткән өсөн", "Хәрби хәрәкәттәр ветераны" миҙалдары һәм башҡа наградалар уның батырлығы һәм ныҡышмалылығы тураһында һөйләй. Хәҙер Олег – "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының социаль координаторы. Ул үҫеп килгән быуынға батырлыҡ дәрестәре алып бара һәм ныҡла
МХО ветерандары Еңеү көнөнә арналған шиғыр уҡыны
7 мая 20257 мая 2025
6
1 мин