6 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған 76-сы еңел атлетика эстафетаһы үтте. Ярыштарҙа спорт ветерандары, мәктәп, колледж һәм юғары уҡыу йорттары уҡыусылары, кадеттар, эшләүсе йәштәр һәм сәләмәт тормош алып барыусылар ҡатнашты. Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы студенты Элина Хәбибуллина эстафетала беренсе тапҡыр ҡатнаша. Уның өсөн дистанцияны үтеүе ауыр булмаясаҡ, сөнки ҡыҙ беренсе кластан уҡ еңел атлетика һәм полиатлон менән шөғөлләнә. - Еңеү эстафетаһы бик мөһим, мин уның барлығына шатмын һәм унда ҡатнашырға өлгөрҙөм. Сөнки был спортты үҫтереү генә түгел, илебеҙ өсөн көрәшкән ветерандарға һәм һуғышта һәләк булған кешеләргә хөрмәт тә, - тине Элина "Молодежная газета" баҫмаһына. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Елизавета Бочкарева Еңеү эстафетаһында беренсе йыл ғына ҡатнашмауын белдерҙе. - Беҙҙең колледж өсөн был инде традиция. Йыл һайын ҡатнашырға тырышабыҙ. Ярышып беҙгә тыныслыҡ бүләк иткәндәрҙе хөрмәтләйбеҙ. Һуғыш һәм азат
Өфө колледждары студенттары Еңеү эстафетаһында ҡатнашты
6 мая 20256 мая 2025
1 мин