Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Ауыл урамында шау- гөр килеп

Ауыл урамында шау- гөр килеп,

Бала саға сабып уйнаны.

Һәр бер өйҙөң өҫтәлдәрен йәмләп,

Самауырҙа сәйҙәр ҡайнаны.

Ауылымдың матур йылдарына,

Бер ҡайтаһы ине әйләнеп.

Шул йылдарҙа атай -әсәй өйҙә,

Ҡайтҡым килә шунда югереп.

Әүәлгәсә йортобоҙ йәмләнеп,

Китер ине нурға күмелеп.

Тик булмай шул бала саҡҡа ҡайтып,

Тамһалар ҙа йәштәр түгелеп.

Көтөү ҡайтҡас, эштәр өйҙә бөткәс,

Сыға ине тышҡа кешеләр.

Эскәмейә тулып китер ине,

Серҙәр бүлештеләр күршеләр.

Ауылымдың матур йылдарында,

Тороп ҡалды минең бала - саҡ.

Мейес яғып әсәй икмәк һалған,

Хәтеремдә һаман йылы усаҡ.

Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)