☝Үҙең изгелек эшләгәндәрҙән изгелек көтмә. Һәр кем үҙенсә йәшәй. ☝Был тормошта беҙҙе иң күп яҡшылыҡ эшләгән кешеләребеҙ рәнйетә, ситкә этәрә, кәрәк саҡта ярҙам итеүҙән баш тарта. ☝Бер мәртәбә генә булһа ла ярҙамһыҙ ҡалдырған дуҫыңа ышанма! Ул дуҫ түгел, ә һине кәрәк саҡта файҙаланыусы ғына. ☝Һаулығың өсөн башҡаны яуаплы итмә. Ни тиклем яҡын кеше булһа ла, ул һинең һыҙланыуҙарыңды аңламаясаҡ. Һаулығың - һинең яуаплылығың. ☝Сереңде дуҫыңа ла сисмә! Уның да дуҫы булыуын онотма!