МАЙ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР. Май айында ямғырҙар йыш яуып торһа – йыл уңышлы килер. Майҙа боҙ яуһа, йәйен дә яуасаҡ. 1 майҙа йылы булһа, май аҙағы һалҡынса булыр. 2 майҙа ҡайын япраҡ ярһа, йәй ҡоро килер. 3 майҙа ике ҡатлы йәйғор ҡалҡһа, бер нисә көндән көслө ямғыр булыр. 4 майҙа муйыл сәскә атһа, йәй йылы килер. 5 майҙа төндә һалҡынайтһа, 40 көн буйына иртәләр һалҡын булыр. 6 майҙа көн һыуыҡ булып, бер аҙнала тағы ҡабатланһа, көҙ йылы булыр. 8 майҙа ямғыр яуһа, арыш уңа. 9 майҙа көндөҙ ел көслө булып, кискә тынһа, тотороҡло аяҙ көндәргә ишара. 10 майҙа ҡояш ҡалҡҡанда көн аяҙ булһа – йәй елле булыр. 11 майҙа таң атҡанда йондоҙҙар емелдәшһә, яҡын арала ямғыр көтөлә. Күбәләктәр өйгә йәки һарайға инеп тулһа, көн һыуыта. 12 майҙа көслө ел көслө ямғыр алып килер. 13 майҙың йылы кисе һәм йондоҙло төнө – мул уңыш билгеһе. 14 майҙа көн боҙолһа, ҡыш һалҡын булыр. 15 май төнөндә һандуғас төнө буйы һайрап сыҡһа, ҡояшлы көндәр көтөгөҙ. 16 майҙа муйыл сәскә атһа – һалҡынайта, сәскәһе күп булһа, ямғырлы йә