Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Тимерсе” – ҡурҡыу белмәҫ яугир

Махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты Махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөн дә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй. Салауат районы Юлай ауылы егете, “Тимерсе” ("Кузнец") хәрби ҡушаматлы яҡташыбыҙ бына шундайҙарҙан. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға даими рәүештә гуманитар ылау алып бара, һуңынан үҙе лә, контракт төҙөп, батыр һалдаттар сафына баҫа. “Тимерсе” Юлай ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә Әлкә ауылында, һуңынан 1-cе Малаяҙ урта мәктәбендә белем ала. 2005–2008 йылдарҙа Малаяҙ ауылының 113-сө һөнәрселек училищеһында уҡый. Әрмелә Ленинград өлкәһендә механик-водитель булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияға тиклем райондашыбыҙ Өфөлә “Гидравлика” предприятиеһында тимерсе-штамплаусы булып эшләй. Өйләнгән, ғаиләлә ике ул үҫә. МХО башланғас, ул үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәй, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға 11 тапҡыр гуманитар ылау алып бара, гуманитар ярҙам йыйыуҙа, күсмә м

Махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты

Махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ ир-егеттәребеҙ илебеҙ һағына баҫты. Улар бөгөн дә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәй.

Салауат районы Юлай ауылы егете, “Тимерсе” ("Кузнец") хәрби ҡушаматлы яҡташыбыҙ бына шундайҙарҙан. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға даими рәүештә гуманитар ылау алып бара, һуңынан үҙе лә, контракт төҙөп, батыр һалдаттар сафына баҫа.

“Тимерсе” Юлай ауылында тыуып үҫкән. Тәүҙә Әлкә ауылында, һуңынан 1-cе Малаяҙ урта мәктәбендә белем ала. 2005–2008 йылдарҙа Малаяҙ ауылының 113-сө һөнәрселек училищеһында уҡый. Әрмелә Ленинград өлкәһендә механик-водитель булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияға тиклем райондашыбыҙ Өфөлә “Гидравлика” предприятиеһында тимерсе-штамплаусы булып эшләй. Өйләнгән, ғаиләлә ике ул үҫә.

МХО башланғас, ул үҙенең ваҡытын, көсөн йәлләмәй, алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға 11 тапҡыр гуманитар ылау алып бара, гуманитар ярҙам йыйыуҙа, күсмә мунсалар эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. Ул “МХО-ға булышлыҡ иткәне өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ “Йүрүҙән” гәзите үткәргән конкурста “Йыл патриоты” исеменә лә лайыҡ булды.

Яҡташыбыҙ бер йылдан ашыу яугирҙәргә ярҙам итә, аҙаҡ ул үҙе лә уларҙың сафын тулылындырырға ҡарар итә. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң, МХО биләмәһенә юлланды. Әлеге ваҡытта ул уҡсы, гранатометсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә.

– Иң мөһиме, имен-һау булайыҡ. Илебеҙгә тыныслыҡ килһен, күмәк, берҙәм көс менән еңеп сығайыҡ, – ти яугир.

“Тимерсе”гә һәм, ғөмүмән, барлыҡ ил һаҡсыларына именлек, һаулыҡ теләйек. Еңеү яулап, һәр ҡайһыһына үҙ өйөнә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

РФ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы берҙәм белешмә номеры – 117, Ситуация үҙәге – 122 йәки 8(347) 218-19-19, шулай уҡ Күп функциялы үҙәк офистарында бирә ала. Һайлап алыу пункты номеры: 8(347) 248-29-31.

МХО биләмәһендә контракт хеҙмәте, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәтте башбат.рф сайтында, Телеграмдағы чат-боттарҙан алырға мөмкин. Контракт буйынса хеҙмәт итеү шарттары тураһында йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатта, Башҡортостандың контракт буйынса һайлап алыу пунктында (Өфө, Революция урамы, 156), шулай уҡ "Защитник" берҙәм үҙәгендә (Өфө, Элеватор урамы, 15) белергә була.

Салауат районында контракт буйынса хәрби хеҙмәт мәсьәләһе менән Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт, адресы буйынса ирекле батальондар ойоштороу штабына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефондары: 8 (987) 592-70-59; 8 (903) 310-71-72.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә 1,6 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған, федераль өҫтәмә түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, был сумма 2 миллион һум тәшкил итә.