Хөрмәтле ветерандар, сибайҙар һәм ҡалабыҙ ҡунаҡтары! 9 Май--Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын киң билдәләйбеҙ. Был көн быуындарҙы берләштергән изге байрам. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тыуған илебеҙҙең азатлығын һаҡлап алып ҡалған хәтер, ғорурлыҡ һәм батырҙарға сикһеҙ рәхмәт белдерә торған көн. Яугирҙәребеҙҙең ҡаһарманлығы—Ватаныбыҙға мәңге тоғролоҡ һәм ныҡлыҡ билдәһе. Шул алыҫ 1945 йылдағы кеүек бөгөн дә беҙҙең яугирҙәр Тыуған илгә намыҫлы хеҙмәт итә, рух ныҡлығын иҫбатлай. Тыуған еребеҙгә дошман аяғын баҫтырмаған атай-олатайҙарыбыҙ, әлеге көндә махсус хәрби операция биләмәһендә ныҡлы һаҡта торған ир-егеттәребеҙ алдында баш эйәбеҙ. Еңеү көнө—халҡыбыҙҙың батырлығын һәм ныҡлығын сағылдырған берҙәмлек символы. Яуҙа һәләк булғандарҙы хәтерләү, әлеге Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, тарихыбыҙға ихтирам уятыу—беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Бөйөк көндө барығыҙға ла бөтә йөрәктән сәләмәтлек, рух ныҡлығы, именлек һәм баш осоғоҙҙа тыныс күк йөҙө теләйем. Һәр йортта ил