Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ

Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!🤲 Бөгөн Зәйнетдин хәҙрәттең вариҫтары, атап әйткәндә, улы Әхмәтзәки Зәйнетдин улы Вәлиев атаһының исемен йөрөтәсәк мәсеттең нигеҙе ҡотло булһын, төҙөләсәк Аллаһ йорто киләсәктә халҡыбыҙға дини ғилем таратыуға булышлыҡ итһен, тигән изге ниәттә ҡорбан салдырып, биҫтә халҡын, матур сараға килгән ҡунаҡтарҙы ҡорбан ашы, тәмле сәй менән һыйланы. Эйе, Бөрйән биҫтәһендә, Сейәлеморонда районыбыҙҙың билдәле шәхесе - Ҡөрьән хафиз (тотош Ҡөрьәнде яттан белеүсе диндар), халыҡ табибы, заманында башҡорттоң бөйөк шәхесе Әхмәтзәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәт мәҙрәсәһендә 25 йыл дини ғилем алып, олуғ дәрәжәләргә эйә булған легендар яҡташыбыҙ - Яңы Собханғол ауылы уҙаманы, халыҡ телендә ҡарый мулла тип йөрөтөлгән (һуҡыр килеш Аллаһ китабын ятҡа бикләүсе уҡымышлы кеше) Вәлиев Зәйнетдин Шәйхетдин улының исемен йөрөтөүсе мәсет төҙөләсәк. 👉Тулыраҡ уҡырға 👉 Яҙылырға

Сейәлеморонда "Зәйнетдин" мәсете буласаҡ!🤲

Бөгөн Зәйнетдин хәҙрәттең вариҫтары, атап әйткәндә, улы Әхмәтзәки Зәйнетдин улы Вәлиев атаһының исемен йөрөтәсәк мәсеттең нигеҙе ҡотло булһын, төҙөләсәк Аллаһ йорто киләсәктә халҡыбыҙға дини ғилем таратыуға булышлыҡ итһен, тигән изге ниәттә ҡорбан салдырып, биҫтә халҡын, матур сараға килгән ҡунаҡтарҙы ҡорбан ашы, тәмле сәй менән һыйланы.

Эйе, Бөрйән биҫтәһендә, Сейәлеморонда районыбыҙҙың билдәле шәхесе - Ҡөрьән хафиз (тотош Ҡөрьәнде яттан белеүсе диндар), халыҡ табибы, заманында башҡорттоң бөйөк шәхесе Әхмәтзәки Вәлидиҙең атаһы Әхмәтшаһ хәҙрәт мәҙрәсәһендә 25 йыл дини ғилем алып, олуғ дәрәжәләргә эйә булған легендар яҡташыбыҙ - Яңы Собханғол ауылы уҙаманы, халыҡ телендә ҡарый мулла тип йөрөтөлгән (һуҡыр килеш Аллаһ китабын ятҡа бикләүсе уҡымышлы кеше) Вәлиев Зәйнетдин Шәйхетдин улының исемен йөрөтөүсе мәсет төҙөләсәк.

👉Тулыраҡ уҡырға

👉 Яҙылырға

-2
-3
-4