Найти в Дзене
Тиҙҙән, 24 апрелдә, Көрәш һарайында Башҡортостандан титуллы боксер Артур Собханғолов Тажикстандан Баходур Усмонов менән осрашасаҡ. “IBA. PRO 17” профессиональ бокс кисәһе Матч ТВ (12+) аша трансляцияланасаҡ. Шулай уҡ Көрәш һарайында меңәрләгән тамашасыға иҫәпләнгән ҙур зал бар. Сөнки бындай шоуҙы тере килеш ҡарау - бөтөнләй икенсе тарих!
12 часов назад
Талҡаҫ күле буйында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ 25 апрелдә Баймаҡ районында сираттағы «Таҙа Талҡаҫ» экологик акцияһы үтәсәк. Уның барышында Талҡаҫ күле янында 2000 ҡарағай ултыртыласаҡ. Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары Фонды булышлығында Баймаҡ районы хакимиәте, БР Экология министрлығы һәм БР Урман хужалығы министрлығы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының "Ир-егеттәр советы" аталыҡ ролен күтәреү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. - Талҡаҫ күле янында экологик өмәләр 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр үткәрелә. Был ваҡыт эсендә бөтәһе 8 сара үтте, улар сиктәрендә 679 тоҡ сүп-сар йыйылды. Һыу кимәлен һаҡлап ҡалыу һәм күлдең һайығыуын булдырмаҫ өсөн 2024 һәм 2025 йылдарҙа һыу ятҡылығының төньяҡ өлөшөндә 400 ҡарағай ултырттыҡ һәм кәртәләп ҡуйҙыҡ, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының "Ир-егеттәр советы"  төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Территорияны һаҡлауҙы тәьмин итеү, хайуандарҙың һәм автомашиналарҙың инеүен сикләү өсөн экологик өмә үткәрелгән көндә аллея ултыртыласаҡ участка тирәләй ҡойма ҡуйыу, шулай уҡ Талкаҫ күле буйында сүп-сар йыйыуҙы ойоштороу планлаштырыла. Сарала ҡатнашыу өсөн Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһы халҡы һәм тыуған ерен яратҡан һәм Талҡаҫ күлен һаҡлауға һәм төҙөкләндереүгә шәхси өлөш индерергә теләгән һәр кем саҡырыла. Һеҙҙең ҡатнашыуығыҙ был тәбиғәт объектын киләсәк быуындар өсөн таҙа һәм матур итергә ярҙам итәсәк. Өмәгә йыйылыу ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем. #Советмужчинрб #озероталкас #экологическийсубботник #зарифбайгускаров
1 неделю назад
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант. Хөрмәтле дуҫтар! 2026 йылдың 17 апрелендә 11 сәғәттә “Башҡорт теленəн халыҡ-ара диктант” белем биреү акцияһы үтә. Диктант яҙыу түбәндәге кимәлдәр буйынса ҡаралған: - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр; - башҡорт телендә иркен аралашыусылар; - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар. БСТ каналында тура эфирҙа йә рәсми сайтта bashdictant.ru теркәлеп яҙырға мөмкин. #БашҡортТелендәДиктант #башдиктант #башдиктант2026 #ДиктантПоБашкирскомуЯзыку #БашҡортсаДиктантЯҙам
1 неделю назад
Компьютер уйындары сая аҡыл, отҡорлоҡ, тиҙ ҡарар ҡабул итә белеүҙе талап итә. Геймерҙарҙан шәп дрон операторҙары килеп сыға. Уйнай беләһегеҙме һәм яратаһығыҙмы? Әле пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә ҡабул итеү бара. Тулыраҡ мәғлүмәт: – сайт: башбат.рф – МАХ-та чат-бот: max.ru/...bot – 122 телефоны.
1 неделю назад
Башҡортостанда дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртәләр
Иртәгә, 10 апрелдә, республикала болотло һауа торошо, урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, тиҙлеге секундына 17-22 метр. Төндә +3°+8°, төньяҡта -2°, көндөҙ +5 ° +10°. Юлдарҙа ямғырҙа күреү мөмкинлеге - 1-2 саҡрым. Шәмбе,11 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнбайыштан, көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ +7,+12°, көньяҡта +17°-ҡа тиклем. Водителдәргә кәңәштәр: тиҙлекте кәметегеҙ, дистанция һаҡлағыҙ, гаджеттарға әүрәмәгеҙ...
2 недели назад
Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаларында яулаған ҙур уңыштары хаҡында һөйләне
Вологда өлкәһендә үткән экология буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабында Башҡортостан исеменән 8 бала сығыш яһаған. Өфөнән өс ҡыҙ: Рилана Кәримова (2-се «Смарт» полилингваль гимназияһы), Ғәлиә Авальбаева (106-сы «Содружество» лицейы) һәм София Салангина (93-сө физика-математика лицейы) призер булды. Былтыр София климат үҙгәреүе мәсьәләләренә һәм экология проблемаларына арналған халыҡ-ара олимпиаданың (IOCE) триумфаторы булған ине. Уҡыусыларыбыҙ Татарстанда йәмғиәтте өйрәнеү буйынса йомғаҡлау этабында ла бик шәп сығыш яһаны...
2 недели назад
Ауырыу сәбәпле отпускыны күсереү ҡағиҙәләре тураһында аңлатыуҙы дауам итәбеҙ
: Әгәр хеҙмәткәр отпускы мәлендә ауырыған баланы ҡарау өсөн эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре алған икән — отпускыны оҙайтмайҙар һәм күсермәйҙәр, тап килгән көндәр өсөн ярҙам түләнмәй. Эш биреүсе менән отпускы тамамланмаҫ элек эшкә сығыу тураһында ғына һөйләшеп килешергә мөмкин. Был осраҡта ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса эшкә сыҡҡан көндән алып түләй башлайҙар.   Эш хаҡы һаҡланмаған отпуск осоронда ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙәр юҡ, ә отпускыны оҙайтып йәки күсереп булмай.   Уҡыуға ял алғанда ла — ҡағиҙәләр шул уҡ...
2 недели назад
❓Эшкә яраҡһыҙлыҡ ваҡыты отпускыға тап килһә нимә эшләргә — Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында
аңлаттылар. Хеҙмәткәр йыллыҡ түләүле отпускы ваҡытында ауырып китһә — эш биреүсе йә отпускыны оҙайтырға, йә ҡалған көндәрен башҡа ваҡытҡа (хеҙмәткәр үҙе һайлай) күсерергә бурыслы. Оҙайтыуҙы һайлағанда, барыһы ла автоматик рәүештә башҡарыла — отпуск эшкә яраҡһыҙлыҡ көндәре иҫәбенән сығып шылдырыла. Был осраҡта байрам көндәре иҫәпкә алынмай, ә ял көндәре — алына. Эшкә яраҡһыҙлыҡ танытмаһын дистанцион ябырға мөмкин, оҙайтыу тураһында бойороҡ мотлаҡ түгел. Әммә, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн, етәксегеҙҙе ауырыу тураһында иҫкәртеү хәйерле...
2 недели назад
🚗 Билдәләнгәндән шәберәк йөрөйһөгөҙмө? Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы менән бергә 2026 йылда ҡаралған штрафтарҙы өйрәнәбеҙ
Тиҙлекте арттырған өсөн штраф күләме ике шартҡа бәйле – тиҙлекте күпмегә арттырғанһығыҙ һәм һуңғы йылда һеҙҙең тарафтан быға оҡшаш ҡағиҙә боҙоу теркәлгәнме. Санкцияларҙы регламентлаусы төп документ – РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.9-сы статьяһы. Экономияларға теләһәгеҙ, штрафты 30 көн эсендә түләгеҙ – 25% ташлама бирелә. Әммә был бөтә осраҡтарҙа ла ҡулланылмай. Айырым тикшерәйек: 1️⃣ Тиҙлекте 20-40 км/сәғ арттырған осраҡта – штраф күләме 750 һум. Ҡабат тотолғанда – шул уҡ...
2 недели назад
💡 Күп балалы ғаиләләргә электр энергияһы өсөн минималь тариф буйынса нисек түләргә — аңлатманы Башҡортостан Республикаһының Энергия һатыу
компанияһында бирҙеләр. Электр энергияһына тариф бер ай эсендә күпме аҡса сарыф итеүегеҙгә бәйле. Ҡулланыуҙың өс диапазоны бар: 1️⃣ 3,900 кВт•сәғ тиклем иң түбән тариф; 2️⃣ 3,901-ҙән 6,000 кВт•сәғ тиклем тариф юғарыраҡ; 3️⃣ 6,000 кВт•сәғ күберәк — иң юғары тариф. Күп балалы ғаиләләр иң түбән тариф буйынса түләй ала (беренсе диапазон), хатта 3,900 кВт•сәғ артыҡ тотонолһа ла. Әммә бының өсөн ғариза бирергә кәрәк: Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ: күп балалы ғаилә таныҡлығы һәм социаль яҡлау ойошмаһынан...
2 недели назад
Милли проекттар — беҙҙе уратып алған тирә-яҡ
Күперҙәр, мәктәптәр, баҡсалар. Асылда, Рәсәйҙе киләһе йылдарҙа үҫтереүҙең төп пландары. Бурыстар һәр кемгә аңлайышлы: медицинаны арзаныраҡ, белем биреүҙе сифатлыраҡ, ҡалаларҙы уңайлыраҡ, иҡтисадты көслөрәк итеү. Барыһы ла кешеләрҙең тормошо яҡшырһын өсөн башҡарыла. Бөгөн ниндәй милли проекттар эшләй: "Йәштәр һәм балалар", "Ғаилә", "Кадрҙар", "Оҙайлы һәм әүҙем тормош", "Йәшәү өсөн инфраструктура", "Экологик именлек", "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ", "Йыһан эшмәкәрлеген үҫтереү" һәм башҡалар. Милли проекттар...
2 недели назад
Мутлашыусылар үҙҙәрен украин диверсанттары һәм «көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре», тип танытып үҫмерҙәрҙе алдай
Был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығы хәбәр итә. Схема нисек эшләй: ❶ Тәүҙә сауҙа үҙәктәрен, вокзалдарҙы һәм башҡа йәмәғәт урындарын фотоға төшөрөп ебәреүҙе үтенәләр. ❷ Артабан украин диверсанттары исеменән сығыш яһап, был урындар теракт маҡсаттары буласаҡ, ә үҫмерҙе — енәйәттә ҡатнашыусы булаһың, тип ҡурҡыталар. ❸ Артабан схемала «көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәре» барлыҡҡа килә һәм, аҡса түләһәң, енәйәт эшенән «ҡотҡарырға» вәғәҙә итә. Балалар менән...
2 недели назад