1 марттан башлап йыйылыштарҙы ситтән тороп торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһында (ГИС ЖКХ) ғына үткәрергә мөмкин. Башҡа системаларҙа тауыш биреү легитимлы түгел. Йыйылыш тураһында хәбәр теләһә ниндәй формала мотлаҡ системала урынлаштырылырға тейеш. Бынан һуң милексегә дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына өс белдереү киләсәк: тауыш биреү башланыуға 10 көн ҡалғас – уның яҡынлашыуы, тауыш биреүҙең башланыуы һәм уның һөҙөмтәләре тураһында, тип хәбәр итә “Республика Башкортостан”. "Уңайлы, асыҡ, легитим тауыш биреү – күп фатирлы йорттарҙы һөҙөмтәле идара итеү инфраструктураһының мөһим элементтарының береһе. Уны “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн булдырырға тырышабыҙ. Тауыш биреү торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһында башлана, ә система аша ла, “Госуслуги Дом” ҡушымтаһында ла тауыш бирергә мөмкин. Милекселәргә белдереүҙәр килә, был процесҡа күберәк милекселәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ итә һәм ялғанлау кимәлен к
Күп фатирлы йорттарҙа йыйылыштар яңыса үтәсәк
24 апреля 202524 апр 2025
1 мин