Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Салауат районы гимназияһында БДМУ-ның предуниверсарийы асылды

Салауат районы Хакимиәтендә Малаяҙ башҡорт гимназияһында Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге предуниверсарийын булдырыу тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов, Малаяҙ башҡорт гимназияһы директоры Владислав Килдейәров һәм үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рудольф Фәхретдинов ҡул ҡуйҙы. Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге 2024 йылда Башҡортостандың муниципаль мәғариф учреждениелары базаһында предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса инициативалы бюджетлау конкурсын уҙғарҙы. Уҡыусыларҙың инициатив төркөмө “Киләсәк медицинаһы” проекты менән конкурс һайлап алыуында ҡатнашты. Республиканың 5 дөйөм белем биреү учреждениеһы, шул иҫәптән Малаяҙ башҡорт гимназияһы был конкурста еңеүсе булды. Проект уҡыусыларҙың иртә һөнәри йүнәлеш алыуына һәм буласаҡ абитуриенттарҙы медицина юғары уҡыу йортона әҙерләүгә йүнәлтелгән. Дүрт яҡл

Салауат районы Хакимиәтендә Малаяҙ башҡорт гимназияһында Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге предуниверсарийын булдырыу тураһында килешеү төҙөлдө.

Документҡа район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов, Малаяҙ башҡорт гимназияһы директоры Владислав Килдейәров һәм үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рудольф Фәхретдинов ҡул ҡуйҙы.

Донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге 2024 йылда Башҡортостандың муниципаль мәғариф учреждениелары базаһында предуниверсарийҙар селтәрен үҫтереү буйынса инициативалы бюджетлау конкурсын уҙғарҙы. Уҡыусыларҙың инициатив төркөмө “Киләсәк медицинаһы” проекты менән конкурс һайлап алыуында ҡатнашты. Республиканың 5 дөйөм белем биреү учреждениеһы, шул иҫәптән Малаяҙ башҡорт гимназияһы был конкурста еңеүсе булды.

Проект уҡыусыларҙың иртә һөнәри йүнәлеш алыуына һәм буласаҡ абитуриенттарҙы медицина юғары уҡыу йортона әҙерләүгә йүнәлтелгән. Дүрт яҡлы килешеү гимназия уҡыусыларына БДМУ-ның профессор-уҡытыусылар составы менән көндөҙгө һәм дистанцион форматта дәрестәрҙә профилле дисциплиналар буйынса тәрән белем алырға, юғары уҡыу йорто лабораторияларында шөғөлләнергә, университет ҡарамағындағы йәйге мәктәптәргә, экскурсияларға, һөнәри йүнәлештәге сараларға йөрөргә мөмкинлек бирәсәк. Балалар БДМУ лабораторияларында практикумдар үтәсәк.

– Талантлы балалар, 10-11-се класс уҡыусылары, бөгөн юғары белем биреү стандарттары буйынса йыһазландырылған яңы кластарҙа ғына белем алыу түгел, университеттың профессор-уҡытыусылар составы менән үҙ-ара эш итеү, аралашыу мөмкинлегенә эйә булды. Яңы предуниверсарийҙа “Киләсәк медицинаһы” программаһын тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Шулай итеп, буласаҡ студенттарыбыҙ табип белеменә эйә булып, 21-се быуат медицинаһы һынауҙарына яраҡлашасаҡ. Был һанлы ла, биотехнологик һәм генетик компетенциялар ҙа. Бөгөн табип, новатор формалаштырыу өсөн нигеҙ мәктәптә һалына. Университет үҙенең универсарий алды системаһын әүҙем үҫтерә. Былтыр ғына Малаяҙҙан илдең медицина вуздарына 15 сығарылыш уҡыусыһы уҡырға ингән, күпселеге уларҙың беҙҙең Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала, – тине БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.

Хакимиәт башлығы Марс Кашапов Салауат районы мәғарифында юғары уҡыу йорттары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү йүнәлеше буйынса күптән эш башланыуын билдәләне.

– Былтыр Малаяҙ башҡорт гимназияһында Өфө дәүләт нефть техник университеты класы асылды. Янғантау урта мәктәбендә “Тәбиғи фәндәр һәм ауыл хужалығы технологиялары инновацион паркы” проекты буйынса Башҡорт дәүләт аграр университеты предуниверсарийы булдырылды. Арҡауыл урта мәктәбендә аграр кластар бар. БДМУ менән берлектә Мөрсәлим, Янғантау, Торналы урта мәктәптәре, Малаяҙ башҡорт гимназияһы базаһында Павлов (бәләкәй) медицина кластары асылды, – тине Марс Фәррәх улы. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың әүҙем ярҙамы һәм шәхси иғтибары менән республика йылдам үҫешә. Салауат районында инфраструктураны яңыртыуға, уҡытыу сифатын күтәреүгә һәм һәләтле балаларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән программалар ҙа әүҙем тормошҡа ашырыла. Бөгөн беҙ Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында предуниверсарий астыҡ. Хакимиәт һәм идара итеү командаһының бурысы – һәләтле балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, улар юғары сифатлы һөнәри белем алыу өсөн сығарылыш уҡыусылары алдында киң мөмкинлектәр аса. Малаяҙ башҡорт гимназияһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең предуниверсарийын булдырыу тураһында килешеү төҙөлөүе һәләтле балаларға юғары кимәлдә белем алырға мөмкинлек биргән мөһим аҙым ул. Киләсәктә йәш квалификациялы белгестәр тыуған районына ҡайтып, уның халҡы мәнфәғәтендә эшләр, бәләкәй Ватандың социаль-иҡтисади хәлен күтәрер, тип ышанабыҙ.

Килешеү төҙөгәндән һуң, рәсми ҡунаҡтар Малаяҙ башҡорт гимназияһында булды. Улар унда тантаналы шарттарҙа “Киләсәк медицинаһы” проекты сиктәрендә ғилми-белем биреү үҙәге предуниверсарийының химия һәм биология буйынса ике медицина класын асыу сараһында ҡатнашты.

Балаларға ошо һөнәри йүнәлештә биология һәм химия уҡытыусылары Миләүшә Садиҡова һәм Ләйсән Шәрәфитдинова белем бирәсәк. Химия-биология профиле уҡыусылары өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған класс булдырылған, унда балалар лаборатория эштәрен башҡара, реактивтар һәм препараттар менән эшләй ала. Башҡорт дәүләт медицина университеты белем биреү программалары өлкәһендә эксперт сифатында сығыш яһай. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы уҡыусылар табип һөнәре менән яҡынданыраҡ танышһын өсөн үҙ майҙансығын тәҡдим итә. "Киләсәк медицинаһы" проекты һаулыҡ һаҡлау йүнәлеше буйынса 7-11-се класс уҡыусыларын сифатлы профил алды һәм профилле әҙерләүҙе тәьмин итергә тейеш. Бында уҡыусылар кәрәкле белем һәм күнекмәләр алыуҙан тыш, үҙҙәренең ижади мөмкинлеген һәм шәхси сифаттарын да асасаҡ. Проект республика субсидияһы, университет, мәктәп һәм район Хакимиәте иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Автор фотолары.