Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Мотал Рәмов

Мотал Рәмов Ауылым мәҙәктәре “Кейәү үлгән...” Ҡайны-ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа килгән кейәүҙәренә оло хөрмәт күрһәтеп, ололар быға ҡәҙәр ул ауыҙына ла алмаған “зәм-зәм” һыуы менән һыйлап ташлайҙар. Тәүге рюмка уҡ башына һуҡҡан кейәү бала 3-4 рюмканан һуң бөтөнләй бәлтерәп төшә. Үҙенең иҫереп барғанын тойған егет, шыпырт ҡына тышҡа сығып, ҡайныһы кис ат арбаһында алып ҡайтҡан йәшел бесән араһына “сума”. Кейәүҙәренең тышта оҙаҡлап китеүенән борсоуға ҡалған ололар уны бер булып эҙләйҙәр икән. –Кейәү! Кейәү! Ауыл араһына сыҡмағандыр ҙа ул? – Ҡәйнә кеше айырыуса хафаланып, һөрәнләүгә күсә. – Кейә-ә-әүүү! Бесән тейәлгән арба эргәһендә һөрәнләгән ҡәйнәһенең тауышына иҫереп йоҡлаап ятҡан кейәү уяна ла бер талай аптырап ята. Шунан үҙен эҙләгәндәрен аңлап, бесән аҫтынан ғына тауыш бирә: –Кейәү үлгә-ә-әнн... “Был – одекалон түгел шул!” Бер йылы өс-дүрт ғаилә Йылайырҙан Баймаҡ районының Бөрйәнйылға ауылына яҡын ғына бесән эшләнек. Көн дә иртә менән тәгәрмәсле трактор арбаһында киләбеҙ. Көн буйына

Мотал Рәмов

Ауылым мәҙәктәре

“Кейәү үлгән...”

Ҡайны-ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа килгән кейәүҙәренә оло хөрмәт күрһәтеп, ололар быға ҡәҙәр ул ауыҙына ла алмаған “зәм-зәм” һыуы менән һыйлап ташлайҙар. Тәүге рюмка уҡ башына һуҡҡан кейәү бала 3-4 рюмканан һуң бөтөнләй бәлтерәп төшә. Үҙенең иҫереп барғанын тойған егет, шыпырт ҡына тышҡа сығып, ҡайныһы кис ат арбаһында алып ҡайтҡан йәшел бесән араһына “сума”.

Кейәүҙәренең тышта оҙаҡлап китеүенән борсоуға ҡалған ололар уны бер булып эҙләйҙәр икән.

–Кейәү! Кейәү! Ауыл араһына сыҡмағандыр ҙа ул? – Ҡәйнә кеше айырыуса хафаланып, һөрәнләүгә күсә. – Кейә-ә-әүүү!

Бесән тейәлгән арба эргәһендә һөрәнләгән ҡәйнәһенең тауышына иҫереп йоҡлаап ятҡан кейәү уяна ла бер талай аптырап ята. Шунан үҙен эҙләгәндәрен аңлап, бесән аҫтынан ғына тауыш бирә:

–Кейәү үлгә-ә-әнн...

“Был – одекалон түгел шул!”

Бер йылы өс-дүрт ғаилә Йылайырҙан Баймаҡ районының Бөрйәнйылға ауылына яҡын ғына бесән эшләнек. Көн дә иртә менән тәгәрмәсле трактор арбаһында киләбеҙ. Көн буйына эшләп, эңерләгәс кенә ҡайтып китәбеҙ. Көндәр эҫе торғас, йыш һыуһата. Шуға үҙебеҙ менән бер биҙрә шишмә һыуына булған вареньеларыбыҙҙы һалып, болғатып, һыуһынға үҙебеҙ менән бергә алып йөрөйбөҙ.

Бер көндө ялға туҡтаған мәлдә, әлеге биҙрәне уртаға ҡуйып, үҙебеҙ уның тирәләй гәпләшеп ултырһаҡ, һаҙ араһынан Йылайырҙа йәшәгән ошо ауыл егете Шәрифулла бер нисә иптәше менән килеп сыҡты. Үҙҙәренән тройной еҫе борҡоп торған егеттәрҙең баштары ауырығаны күренеп тора. Күрешеп, хәл-әхүәл белешкәс, Шәрифулла:

–Мөмкинме, егеттәр? – тип биҙрә ҡылысына эленгән көрөшкә менән беҙҙең һыуһынлыҡты һоҫто. Йотлоғоп эсеп бөттө лә:

–Ох-х-хх, был – одекалон түгел шул!– Тип әйтеүе булды, беҙ барыбыҙ ҙа гөр килеп көлөп ебәрҙек.

–Шәрифулла килер, тип бер биҙрә одекалон ҡойоп ҡуйғандар, ти шунда... – арабыҙҙа әсе теле менән айырылып торған Ҡадир уның һүҙҙәрен эләктереп тә алды.

–Ысынлап та, берәй нәмәгеҙ юҡмы, егеттәр? Баш сатнап бара...

–Кеше эсеп бесән эшләй тиме ни? Юҡ шул, сват, булһа үҙебеҙҙән артмаҫ ине...