Хәйбулла районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «РУХ ЯҘЫУЫ - 2025» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһе үтте. Быйыл бәйгелә бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Хәйбулла районынан тыш Йылайыр, Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ райондары, Туймазы, Ишембай, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан көс һынашыусыларҙың да булыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Бигерәк тә Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Владивосток, Сочи, Надым ҡалаларынан, хатта Тажикистан республикаһы Дүшәмбе ҡалаһынан ҡатнашыусыларҙың булыуы ҡыуаныслы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Иҫке Сибай ауылынан Нәйлә Моталапова, 3-сө урынға Аҡъяр ауылынан Ләйсән Йәнйегетова һәм Айгөл Мәмбәтова, 2-се урынға Аҡъяр ауылынан Ринат Таулыҡаев, Ейәнсура районынан Руслан Абдуллин, 1-се урынға Сиҙәм ауылынан Рәйлә Фәйзуллина лайыҡ булды. Бәйгенең финалистары араһында интернет селтәрҙәрендә иғлан ителгән "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеүсе тип Әбйәлил районынан Ғәзимә Вәлитова танылды.
Хәйбулла районында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «РУХ ЯҘЫУЫ - 2025» асыҡ район шиғриәт телевизион бәйгеһе үтте
22 апреля 202522 апр 2025
~1 мин