🤲Йә Раббым, әлхәмдүлилләһ, тип һиңә шөкөр ҡылам: ҡараңғы төнөмдө имен-иҫән уҙғарып, инде был яҡты көнөмә лә бер һинең генә рәхим-шәфҡәттәреңә өмөтләнеп, риза-бәхиллегеңде алыу өсөн инәм.
🤲Йә Раббым, был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде һинең яратҡан ҡолоң булып, йәннәттәреңә инерлек игелектәр эшләп, дөрөҫ һәм ҡабул булырлыҡ ғибәҙәттәр ҡылып, ныҡлы иман, тыныс күңел менән, һау-сәләмәт үткәрергә насип ит!
🤲Йә ғәзиз Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде һауаплы ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы эштәр менән, хәйерле хәләл ризыҡтар һәм бәрәкәттәр менән үткәрергә насип ит.
🤲Ҡаты сир-зәхмәттәрҙән, кеше ҡулдарына тилмереп ҡалыуҙан һаҡла, яман сирҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән арала. Кәм-хур булып кеше аяғы аҫтына ҡалыуҙан, насар яҡтан кеше телдәренә эләгеүҙән һаҡла.
🤲Йә Раббым, ҡаты фәҡирлектән, аслыҡтан-яланғаслыҡтан, төрмә ғазаптарынан һаҡла, яныу-бешеүҙән, туңыу-өшөүҙән һаҡла!
🤲Йә Раббым Аллаһ! Ғаиләмә именлек, балаларыма бәхет-тәүфиҡ бир, туғандарым менән татыулыҡта йәшәргә насип ит. Үҙемде, ғаиләмде, балаларымды, нәҫелемде яуыз бәндәләрҙең яуыз ниәт-ғәмәлдәренән, зыян-зәхмәттәренән, мәкер-золомдарынан һаҡла.
🤲Йә Раббым! Көтөлмәгән ҡайғы-хәсрәттәрҙән, бала ҡайғыларынан, төрлө һәләкәт-фажиғәләрҙән, дауаһы булмаған ауырыуҙарҙан үҙең арала.
🤲Йә Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдә ҡылған доғаларымды, теләгән теләктәремде үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Амин!