Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов:«Район мәҙәниәт үҙәгендә халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһеле

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов:«Район мәҙәниәт үҙәгендә халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһеле, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы, талантлы журналист  Хәйҙәр ағай Тапаҡовтың матур ғүмер байрамына арналған  "Йәшлеккә ҡайтыу" тип исемләнгән китабының исем туйы  һәм ижади кисәһе үтте. Хәйҙәр Ниғәмәт улы бер сәхнә түрендә ижадташтарын, ауылдаштарын, парталаш серҙәштәрен, коллегаларын һәм иң яҡындарын йыйҙы. Һәр бер кеше үҙ бәхете менән тыуа. Мин уйлауымса, ҡайһы бер кеше үҙ бәхетен эҙләй һәм һирәк кенә кеше уны бөтә донъя менән бергәләп таба. Улар кеүек үҙ фекерҙәрен кешегә еткерә белеүсе, бар көсөн һалып эшләүселәр һирәк осрай. Бәхетле булыу өсөн дөрөҫ юл менән барырға, бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, йәш сағыңды, тамырҙарыңды белеп, киләсәккә яҡты ҡараш булырға тейеш. Бөгөнгө ваҡытта кеше күрмәгәнде күреп, кешегә аңлатып еткереү ул ҙур бәхет һәм ҙур яуаплылыҡ. Беҙ инде Йылайырҙар тигәндә шатбыҙ. Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәр күп араб

Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов:«Район мәҙәниәт үҙәгендә халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһеле, арҙаҡлы яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы, талантлы журналист  Хәйҙәр ағай Тапаҡовтың матур ғүмер байрамына арналған  "Йәшлеккә ҡайтыу" тип исемләнгән китабының исем туйы  һәм ижади кисәһе үтте.

Хәйҙәр Ниғәмәт улы бер сәхнә түрендә ижадташтарын, ауылдаштарын, парталаш серҙәштәрен, коллегаларын һәм иң яҡындарын йыйҙы.

Һәр бер кеше үҙ бәхете менән тыуа. Мин уйлауымса, ҡайһы бер кеше үҙ бәхетен эҙләй һәм һирәк кенә кеше уны бөтә донъя менән бергәләп таба. Улар кеүек үҙ фекерҙәрен кешегә еткерә белеүсе, бар көсөн һалып эшләүселәр һирәк осрай.

Бәхетле булыу өсөн дөрөҫ юл менән барырға, бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, йәш сағыңды, тамырҙарыңды белеп, киләсәккә яҡты ҡараш булырға тейеш. Бөгөнгө ваҡытта кеше күрмәгәнде күреп, кешегә аңлатып еткереү ул ҙур бәхет һәм ҙур яуаплылыҡ.

Беҙ инде Йылайырҙар тигәндә шатбыҙ. Күңелендә шиғыр осҡоно йөрөтөүселәр күп арабыҙҙа».

-2
-3
-4
-5
-6
-7
-8