«Ҡартатайҙарым – минең геройҙарым», – ти «Аҡ малай» Йәнтөйәге өсөн йәнен аямаған егеттәр – халҡының ныҡлы таяуы. Тап ошондай көслө заттарҙа сағыла илебеҙҙең ҡеүәте. Аҡъяр ауылынан «Аҡ малай» позывнойлы егет – яҡындарының, яҡташтарының ғорурлығы. «Башҡортостан» полкының штурмлау ротаһы командиры, ике туған ағайҙары артынан махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүҙе һайлай. Әйткәндәй, уның ике ҡартатаһы ла илебеҙҙе дошмандарҙан яҡлап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Береһе – рядовой Мырҙабай Харис улы Байғусҡаров (1921-2009) 1940 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Бөйөк Ватан һуғышында тәүгеләр сафында һуғыша. 1941 йылда етенсе танк корпусы составында Киев операцияһында пулеметсы булараҡ ҡатнаша. Алыштарҙың береһендә ауыр йәрәхәттәр ала. Ул – 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Икенсеһе – рядовой Әхмәҙулла Ғәбит улы Сынғыҙов (1921–2009) хәрби хеҙмәткә 1939 йылда саҡырыла. 1942 йылдан Сталинград өсөн үлемесле һуғышта ҡатнаша, ҡаты йәрәхәтләнә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1-