Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Бөйөк әсә

Бөйөк әсә 😢Һуғыш осоро балаһы, һигеҙ бала әсәһе... Ике улы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән һәм хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. ❤️ Ғүмер буйы колхоз эшендә эшләгән Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны, Социалистик ярыштар еңеүсеһе, түшендә «Әсәлек миҙалы» йөрөтөүсе, Үрге Яйыҡбай ауылынан Һөйәрбикә Әбделкәрим ҡыҙы Ҡолһарина илһөйәр балалар тәрбиәләгәне өсөн уҙған йыл Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең юғары наградаһы—Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнгәйне. 💥Күптән түгел инәй 87 йәшен ҡаршы алды. Баймаҡ районының «Ватанды һаҡлаусылар» фонды социаль координаторҙары район хакимиәте исеменән уны ғүмер байрамы менән ҡотланы.

Бөйөк әсә

😢Һуғыш осоро балаһы, һигеҙ бала әсәһе... Ике улы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән һәм хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған.

❤️ Ғүмер буйы колхоз эшендә эшләгән Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветераны, Социалистик ярыштар еңеүсеһе, түшендә «Әсәлек миҙалы» йөрөтөүсе, Үрге Яйыҡбай ауылынан Һөйәрбикә Әбделкәрим ҡыҙы Ҡолһарина илһөйәр балалар тәрбиәләгәне өсөн уҙған йыл Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең юғары наградаһы—Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнгәйне.

💥Күптән түгел инәй 87 йәшен ҡаршы алды. Баймаҡ районының «Ватанды һаҡлаусылар» фонды социаль координаторҙары район хакимиәте исеменән уны ғүмер байрамы менән ҡотланы.