Эскән кеше һүҙе
Кем хаҡында бер туҡтауһыҙ уйлағың килһә һәм уның да һинең хаҡта туҡтауһыҙ уйлауын теләһәң, уға бурысҡа биреп тор. Тик эскән кеше генә һинән аҡса алып торғанын онотоуы бар.
Был йәһәттән Буранбай Исҡужиндан да шәберәк әйтеп булмаҫ:
Ышанһағыҙ, ышанығыҙ атҡа,
Ҡатын-ҡыҙға ышанығыҙ хатта!
...Яҡты киләсәккә ышанығыҙ,
Булмаһа ла запас ыштанығыҙ!
Ләкин әйтеү итеп әйтеп ҡуям
Һеҙгә. Күберәген — үҙемә:
Хет атайың булһын — ышанмағыҙ
Эскән кешеләрҙең һүҙенә!
Әхмәр ҮТӘБАЙ: "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1027-се күҙәтеү.