Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әсәйем менән бергә йырланыҡ!

Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙә Ян Лираның йырҙары киң танылыу таба. Күптәргә йырсының ретро йырҙарға яңы һулыш биреүе оҡшай, тауышы ла бик моңло. Әле Ян Лира үҙенең сәхифәһенә яңы йырын урынлаштырған һәм түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙған. ""Ниһайәт!Әсәйем менән бергә йырланыҡ!"Ауылымды бөгөн төштә күрҙем" Был йырҙың көйөн үҙем яҙҙым, дуҫтар! Һүҙҙәре яҡташыбыҙ Хәйҙәр ағай Көмөшбаевтыҡы", - тип яҙған йырсы сәхифәһендә.Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә тыңлап ҡарағыҙ әле. 1. Ауылымды бөгөн төштә күрҙем,Бала сағым менән бергәләп.Урам буйлап тал-аттарҙа сабып,Уйнауҙары яҡын бигерәк.2. Ҡыҙыу бесән өҫтө булғанғалыр,Күренмәй ҙә әле өлкәндәр.Күҙ алдында һаман: осҡа сығыпАтайҙарҙы эштән көткәндәр.3. Ауыл урамдары гөрләп тораБалаларҙың уйын тауышы.Эх, ҡайтаһы ине шул саҡтарға,Кире аҡһа ғүмер ағышы.Ҡушымта:Юҡ булмай шул, бары төштә генә,Ҡайттым ауылыма бер мәлгә.Бала сағым бик ныҡ һағындырған,Күрҙем тағы ҡалғас әмәлгә. Фото: Зиля Лира Видео: Ян Лира