Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

Лиза инәйҙе айыу тотто

"Башты күтәрһәм, айыу тора аяғүрә баҫып..."

Көҙ етһә, тайыш табан айыу ауыл тирәһенә яҡынлаша, малдарҙы тамаҡлай, ҡышҡылыҡҡа май йыя. Ошо йәнлеккә бәйле курсташымдың бала саҡ хәтирәһе хәтерҙә уйылып ҡалған. ...Олатайым ҡайҙан белгәндер, йәй аҙағында әйтә торғайны: “Быйыл айыу малға тейәсәк, ем бирегеҙ, оло малды емгә өйрәтегеҙ”. Ысынлап та, сентябрь етһә, йыртҡыс берәм-берәм малды һуғырға тотона. Бер йылды инәйемдең ”Кама “ ҡушаматлы һыйырын да һуҡты. Һунарсылар көтөп ятып алдылар айыуҙы. Ҙур ине. Ауылға апҡайтып, итен тараттылар. Әсәйем бер кинәнеп ул кәтлит, ул билмән бешерҙе. Билмән өсөн атайымдан әрләнеп тә алды. Урман йәнлегенең итен ике сәғәт бешерергә кәрәк, токсоплазмоз тигән ауырыуы булырға мөмкин икән. Олатайым 80 йәшен үткәнсе 8-9 саҡрым үтеп тау яғына йәйәү бесәнгә йөрөнө. Аҫҡа ҡарап уйланып менеп барғандыр инде. “Хорхолдағанға башты күтәрһәм, аяғүрә баҫып айыу тора.Түшендә матур ғына ағы ла бар.Үҙе ҙур. Күҙенә ҡарап мин ҡаттым, ул да миңә ҡарай. Өнһөҙ-тынһыҙ апаруҡ торҙоҡ та, айыу алғы һынын төшөрөп, ағас араһына инеп китте”, - тип һөйләгәйне. Тыңлап ултырған ағай, был ниместе еңгән, Берлинға барып еткән кавалеристы еңеп булмаҫ тигәндер ул, олатай, тигән була. Шулайтты ти, ул айыу һуғыш булғанын ҡайҙан белһен, тигән була олатайым. Мин, һигеҙ йәшлек ҡыҙ, эргәләрендә тыңлап ултырам. Шунан һуң атайым олатайымды башҡа бесәнгә йөрөтмәне.

Айыу күргәс, йәнә иҫкә төштө. Ҡыҙҙар менән еләккә йөрөйбөҙ, түшәлеп ятҡан еләк юҡ инде, ә күрше Лиза инәй күнәкләп йыя ла ҡайта. План ҡорҙоҡ та шым ғына көтәүелләп тороп, киттек Лиза инәйгә эйәреп. Белмәмеш тә күрмәмеш булып, күҙҙән юғалтмай эйәрәбеҙ инде. Хәҙер еләкле ергә бара ла беҙ ҙә күнәк тултырып йыябыҙ, йәнәһе. Беҙҙе эй болғап әллә ҡайҙарҙан, тау мендереп-төшөрөп йөрөтә, әммә теге еләкле ер юҡ инде. Беҙ инде хәҙер бик артта ла ҡалмайбыҙ.

Бер заман Лиза инәй яман ҡысҡырып, бер ағас сөрөгөн ырғытып ебәрҙе, шырлыҡ яғына ҡарап тетә генә берәүҙе: “Йөрөйһөң бында еләк йыйырға ҡамасаулап, ҡайһыныһын тотоп ашайым тип ултыраһыңмы? - тине лә юҡ булды. Беҙ торҙоҡ та ҡалдыҡ шырлыҡтағы айыу менән бергә. Күп тә үтмәй шырлыҡтағы айыу яман ҡауҡылдап ебәрҙе, шатыр-шотор нимәлер емерелде, беҙ борсаҡ һымаҡ тәгәрәшеп ауыл яғына тороп саптыҡ. Мин ҡайғырам инде, Лиза инәйҙе айыу тотто, ашаны инде тип. Күрше бит, ҡапҡа төбөндә уйнаған булып эй көтәм. Юҡ Лиза инәйем, айыуға ем генә булды инде, уның араһында әсәйемде аптыратып сығам, Лиза инәйҙе айыу ашаны, тип. Күпмелер ваҡыт үткәс ҡайтып килә күршем, теп-тере, күнәге тулы еләк. Аҙаҡтан, үҫә төшкәс кенә аңланым: бер ниндәй ҙә айыу булмаған, күршем шулай эҙ яҙҙырған беҙҙән. Был мажараны бала саҡтың матур бер хәтирәһе итеп күңел һандығына һалып ҡуйғанмын.

Урмансы Ғәли Шәрипов әйтеүенсә, урманға барыр булһағыҙ, ҡул аҫтында үҙегеҙ менән көслө тауышлы һыҙғыртҡыс, пиротехник сигнал уты (фальшфейер) йөрөтөргә кәрәк. (Әгәр рюкзакта булһа, уны алып өлгөрмәүегеҙ ихтимал). Урман хужаһы ла кеше менә осрашырға тырышмай, шуға тауышланып йөрөү мотлаҡ. Айыуҙың күҙенә ҡарарға, арт менән боролорға, ҡасырға маташырға ярамай. Аңғармаҫтан ҡаршығыҙға килеп сыҡһа, үҙегеҙҙең күп икәнегеҙҙе, ҡулға ағас, куртка, рюкзакты күтәреп, кәүҙә ҙурлығын күрһәтергә, фонарь яҡтыһын уның күҙенә йүнәлтергә, металл посудаға һуғып тауыш сығарырға кәрәк.

Автор:Аклима Имамова