Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Йәш егет акцияла ҡатнашып, смарт-телевизор отҡан

Илсур - "Рәхмәт" акцияһы еңеүсеһе!

Илсур гражданлыҡ бурысын үтәр өсөн тыуған Амангилдегә ҡайтып һайлауҙа ҡатнаша.

- 761-се һайлау участкаһында Башҡортостандың киләсәге өсөн тауыш бирҙем. Һайлауға апайым менән барғайным. Сығыр саҡта ҡулыма билет тотторҙолар. Акция тураһында уҡығас, ышанып етмәнем, сөнки ундай уйындарҙа миңә уңыш йылмайғаны булманы. Уйынлы-ысынлы билетымды сайтта теркәнем һәм уның тураһында бөтөнләй оноттом тиһәң дә була, - тип йылмая егет.

Бер аҙҙан акцияны ойоштороусылар Илсурға һөйөнөслө хәбәр еткерә. Бүләген тиҙ арала барып ала һәм телевизорҙа кино ҡарап та өлгөрә.

Илсур Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, фрилансер булып эшләй.

- Бүләк отоусылар араһында булыуыма ныҡ шатландым. Киләсәктә лә һайлауҙарҙа ҙур теләк менән ҡатнашасаҡмын һәм яҡташтарымды ла бындай ҙур сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам, - тип тамамланы әңгәмәне Илсур Мостафин.

Автор:Гульфия Хасанова

Әбйәлил районы