Әлеге минуттарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығының вазифаһын үтәй башлауға арналған тантана башланды. Инаугурация тантанаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп һайланған Радий Хәбиров, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, Рәсәй Федерацияһы сенаторҙары һәм Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республика буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов, Конституция советы ағзалары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары һәм республика башҡарма власть органдары етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд органдары етәкселәре, республика райондары һәм ҡалалары хакимиәттәре рәйестәре, республиканың хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, традицион конфессиялар, ғилми һәм ижади коллективтар вәкилдәре ҡатнаша. Тантананы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып бара. – Беҙ мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиғаның – Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башлауҙың шаһиты булып торабыҙ, был ваҡиға башлыса республиканың алдағы йылдарға үҫеш тарихын, тенденцияларын билдәләйәсәк, – тине парламент спикеры. – Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республика Башлығы кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, үҙ территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй. 2024 йылдың 8 сентябрендә Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһына һайланды. Залда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырай. Залға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт флагы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының дәүләт телдәрендәге рәсми тексының махсус экземпляры индерелде. Константин Толкачев Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимхановҡа һүҙ бирҙе. Ул һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте һәм, Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы итеп законлы һайланды, тине. – Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 84-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы 2024 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау йомғаҡтарын билдәләне, - тине Азат Ғәлимханов. - Һайлауҙа 2 миллион 153 мең 513 һайлаусы ҡатнашты, был һайлаусылар исемлегенә индерелгәндәрҙең 72,34 процентын тәшкил итә. Радий Фәрит улы Хәбиров өсөн 1 миллион 724 мең 962 һайлаусы тауыш бирҙе, йәки тауыш биреүселәрҙең 80,21 проценты. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙы 2024 йылдың 8 сентябрендә уҙҙы һәм ғәмәлгә яраҡлы тип таныны. Азат Ғәлимханов Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп Радий Фәрит улы Хәбировтың һайланыуын билдәләне. Фото: Башинформ.
Радий Хәбировтың вазифаһын ҡабул итеү тантанаһы бара
12 сентября 202412 сен 2024
2 мин